Ғафур 1934 йылда Ҡарағош ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, фермала хисапсы булып эш башлай. 1951 йылда егет Ишембай ҡалаһында нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшкә урынлаша. Артабан Хәрби-диңгеҙ флотында һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлағас, юғары белем алырға теләп, Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтына уҡырға инә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Ғафур Наҡый улы Иркутск ҡалаһында Ангара нефть-химия комбинатында инженер-технолог булып дауам итә. Һуңынан бүлек, цех, Стәрлетамаҡ химия заводында, Яр Саллы ҡалаһында Кама автомобилдәр етештереү заводында производство начальнигы булып эшләй. Ошо йылдар дауамында ул Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә ышанып йәшәй. Һәм шуға ла, хаҡлы ялға сыҡҡас күптәнге хыялын тормошҡа ашыра - Яр Саллы ҡалаһында дини-фәлсәфәүи институт-мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1998 йылда Төркиәлә Стамбул университетының теология факультетында стажировка үтә. Ошо ваҡыт эсендә ул ҙур ижтимағи дини эшмәкәрлек алып бара.
1998 йылда Ғафур Туҡтаров мәсет төҙөлә башлаған Ҡарағош ауылына күсенә. Аллаһы Тәғәлә йорто рәсми асылғансы ул урындағы мәктәптә ғәрәп телен һәм яҙыуын өйрәтеү буйынса дәрестәр алып бара. Дин ғилеменә һыуһаған ауыл халҡы рәхәтләнеп дәрестәргә йөрөй, Ғафур хәҙрәт уларҙы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле алып бара. 1999 йылда Федоровка районының Өсбүләк ауылында мәсет асыла, бында ла Ғафур хәҙрәт ауыл халҡын ғәрәп теленә өйрәтә. Автобус йөрөмәгәнлектән ул Дедово ауылынан ете километр араны йәйәү йөрөп уҡыусыларына дәрес бирә. Ошо уҡ йылдарҙа ул Аҡбулат, Балыҡлы, Динес һәм Федоровка ауылдарында уҡыта.
Ҡарағош ауылында мәсет төҙөлгәндә, Ғафур Наҡый улы уны тиҙерәк тамамлар өсөн үҙ өлөшөн индерә. Һәм ул, ниһайәт, барыһын да шатландырып, ишектәрен аса. Ҡәҙерле ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин, бихисап дини шәхестәр була. Уның ҡарары менән Ғафур хәҙрәт Ҡарағош ауылының 1891 һанлы мәхәлләһенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнә.
Әйтергә кәрәк, мәсет асылғандан һуң ауыл халҡы күпләп мәсеткә йөрөй башлай, уҡырға теләүселәр һаны арта, күптәр ғәрәп телен өйрәнергә теләк белдерә. Шәкерттәр һаны йылдан-йыл күбәйә. Улар араһында өлкәне лә, кесеһе лә була.
14 йыл дауамында Ғафур хәҙрәт ошо мәсеткә етәкселек итә. Ошо ваҡыт эсендә бихисап изге эштәр башҡара. Мәсеттең эргәһендә генә урынлашҡан элекке медицина пунктын капиталь ремонтлағандан һуң ауыл халҡы бында ғәрәп телен һәм Ислам ҡанундарын өйрәнә. Ғафур хәҙрәт был территорияларҙы төҙөкләндереү өсөн күп көс һала. Туймазы урман хужалығынан файҙалы барбарис, энәлек, әлморон, йүкә, ҡайын үҫентеләре алып ҡайтып ултырта. Улар әле лә мәсет баҡсаһында гөрләп үҫеп ултыра.
Ғафур хәҙрәттең эшен хәҙер уның шәкерттәре: Ҡарағош ауылында Кәбир Нариманов, Наил Мортазин, Федоровкала - Рамазан Кашаев, Ғафур Фәйзуллин, Аҡбүләк ауылында - Надир хәҙрәт дауам итә.
Ғафур хәҙрәт байтаҡ йылдар ҡарағоштарҙың сәләмәтлеге һағында торған ҡатыны Вәсилә менән 13 йыл татыу ғүмер кисерә. Улар тормошта үҙ урындарын табып, һәр ҡайһыһының үҙ балалары булғас ҡына бер-береһен табыша. Вәсилә Шакир ҡыҙына ҡапыл инсульт булып, ул республика шифаханаларының береһендә реабилитация үткәндә өйләнешәләр. Тап Ғафур Наҡый улы уға йүнәлергә ярҙам итә, уны һәр йәһәттән хуплай, хәстәрләй. Ә тағы ла Ғафур хәҙрәт... үҫемлектәр, гөлдәр үҫтерергә ярата. Ҡарағош мәсете территорияһында күҙҙең яуын алып торған төрлө-төҫлө сәскәләр бында килеүселәрҙе шатландыра. Ул китап уҡырға ла ярата ине, Стәрлебаш район музейына 289 экземпляр, шулай уҡ яратҡан шәкерттәренә лә һирәк осрай торған дини китаптар бүләк итә. Улар уны яратҡан уҡытыусылары тураһында ҡәҙерле иҫтәлек булараҡ яратып һаҡлайҙыр, моғайын.
Ғафур хәҙрәт тормошта принципиаль, үҙ фекерендә аныҡ тороусы кеше булды, шуға ла ул башҡа имамдар араһында «радикал» имиджын алды.
Бына шундай төрлө яҡтан һәләтле, изге күңелле кеше ине ул. Мәрхүмдең ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын.