Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
20 Декабрь 2017, 11:37

Пәйғәмбәребеҙ ауырыуҙар хаҡында

Пәйғәмбәребеҙҙең тыйб ғилеме. Донъя көткәндә бәндә белергә тейешле ҡанун- ҡағиҙәлөр бәндәгә Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр, әүлиәға тиң ғалимдарҙың, хикмәтле нәсихәттәре менән аңлатып бирелә.

Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: ”Бер-береһенә, ҡарата мәрхәмәт-шәфҡәттә, һөйөү һәм теләктәшлектә иманлы бәндәләр, бер тән кеүек: тәндең бер ере ауыртһа; башҡа ерҙәре лә уға һыҙланыу менән яуап бирә”, — тигән.

Мосолман — мосолмандың көҙгөһө, мосолмандың — ҡәрҙәше, уға ул — терәк. Кәрәк-ярағын табырға ярҙам- итә, үҙе юғында мал-мөлкәтең һаҡлап тота. Уға ҡарата хыянатҡа бармай. "Зәғифтәргә һәм фәҡирҙәргә иғтибарлы булығыҙ. Сөнки шундайҙарҙың булып ҡына тороуы сәбәпле Аллаһ һеҙгә ярҙам итә, рәхмәтенән ташламай ”. ”Әгәр ҙә бөкөрөһө сығып бөткән ҡарттар, әсә күкрәгенән айырылмаған сабыйҙар, болондарҙа үлән уртлап йөрөгән көтөү-көтөү малдар булмаһа, әҙәм башынан йөрөргә генә торған бәләләрҙә бөтмәҫ ине” — тигән ул.

"Әбйәлил" гәзитенән.


Читайте нас: