Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
20 Декабрь 2017, 10:57

Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары

Башҡорттарҙа Ислам дине йолалары: исем ҡушыу, ниҡах, йыназа, йома хөтбәләре, Ураҙа хөтбәһе Ҡорбан байрамы хөтбәләре һәм вәғәздәре хаҡында ошо мәҡәләнең авторы хәҙрәт Ямалетдинов Рәүил Вәхит улының яҙғандарын шул көйө (төҙәтеүһеҙ) һеҙҙең иғтибарға.

Инеш һүҙ
بسم الله الرحمن الرحيم
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррәхим.
Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
“Аллаһы Тәғәләбеҙгә хәмед-сәнә һәм Уның ризалығы өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә сәлләмгә, арттабан (صلعم) салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн. Раббыбыҙ–Аллаһтың, Ғәззә үә Джәлләнең ярҙамына ышанып һәм Уға тәүәккәлләп, шуға күрә, ошо яҙмабыҙҙың хәйерле тамамланыуына инанып, әйтәһе һүҙебеҙҙе оҙонға һуҙмаҫбыҙ.
Башҡорт халҡының үткән быуындарҙан, әбей-бабайҙарыбыҙ һәм атай-инәйҙәребеҙҙән ҡала килгән, көндәлек тормошыбыҙҙағы төрлө осраҡтарға бәйле; исем ҡушыу, никах хөтбәһе, зиназа намаҙы һәм дә башҡа Ислам динебеҙҙәге йолаларҙың төрлөсә үтәлеше тураһында әйтәһе һүҙебеҙ. Ҙур Башҡортостаныбыҙҙың дүрт яғындағы ырыу-ҡәбиләләренең төбәктәрендә аҙ-мәҙ булһа ла ошо йолаларҙы үҙ урынынса үҙгәртеп уҙғарылыуы, динебеҙ Исламдағы йолаларға, етди ҡарашта булған имамдарҙы һәм бүтән дин әһелдәрен дә, был күренеш борсой.
Ошо үҙенсәлекле айырмалар бик ҙур һәм күп булмаһала, урындарынса төрлөрәк башҡарылған был йолаларыбыҙ халҡыбыҙ тормошондағы, заманса йышайған аралаш-мөнәсәбәттәребеҙҙә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Шул сәбәпле, төрлө мөхиттәрҙҙә һирәк-мирәк булһа ла, былай — дөрөҫ, тегеләй — дөрөҫ түгел, кеүек, бәхәс-һүҙ күтәреүҙәрҙе туҡтатырға, кәрәк инде, тигән теләктәр ҙә йышайҙы.
Һәр йолаға бәйле ритуалдарҙың, төрлө хәрәкәт-тороштарына атай-бабайҙарыбыҙ тарафынан һәм уларҙанда күп быуындар элек йәшәгән, динебеҙҙең Хәнәфи мәзхәбенең оло ғәлимдәре Ҡөрьән Кәримгә һәм бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи ссәләмдең Сөнәтенә тейешлесә таянып эшкәрткәндәр. Дөрөҫө шул, йолаларҙың Хоҙай Тәғәләбеҙҙән, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи ссәләмгә, Миғраж кисенән һуң, көндәлек биш намаҙҙарыбыҙҙағы кеүек, бүтән төрлө йолаларыбыҙҙағы, күҙгә күренеүенсә ябай ғына булған, ритуаль хәрәкәт, торош- ултырыш, барыһыла – Раббыбыҙ, Аллаһ Тәғәләнән Уның Рәсүленә күндерелгәне, һис шикһеҙ. Хадж сүрәһенең 67-се аятында әйтә беҙгә. “Ликүлли үммәтин джәғәлнәә мәңсәкән һүм нәәсикүүһү фәләә йүнәәзиғүннәкә фил әмри үәдғү иләә Рәббикә иннәкә ләғәләә һүдәәм мүстәҡиим”.
لِكُلِّ أُمَّةٍ جَعَلْنَا مَنسَكًا هُمْ نَاسِكُوهُ فَلَا يُنَازِعُنَّكَ فِي الْأَمْرِ وَادْعُ إِلَى رَبِّكَ إِنَّكَ لَعَلَى هُدًى مُسْتَقِيمٍ “Һәр өммәткә Беҙ табыныр өсөн ғибәҙәт йолаһы(бирҙек) эшләнек. Был эш тураһында улар һинең менән тартышмаһын. Раббыңа өндә, һин хаҡ юлда бит”.
Шуныңса, ошо йолаларҙың һәр береһенең; Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдарының намаҙ-хөтбәләренең, тәрәүих намаҙының һәм Мәүлид байрамының салауаттары, сабыйҙарға исем ҡушыу, никах хөтбәһенең һәм вәғәзе һәм зиназа намаҙының торош, ултырыш, хәрәкәттәре үҙлекле киң, һәм тәрән мәғәнәле, изге ритуалға әйләнгәндәр.
Шуға күрә олатай бабайҙарыбыҙҙан ҡалған йолалар тәртибен боҙоп, үҙаллы теләгәнсә, үҙгәртеп уҙғарыу – тәкәббәрлек гонаһына бәйле, үҙһүҙлек һәм башбаштаҡлыҡ. Тимәк, был йоларҙы кем нисек теләй шулай уҙғарырға ярамай. Ошо, төрлө йолаларҙағы тәү төҙөклөк йәменә һәм эске мәғәнәләренә һис бер ҡағылмайынса – заманыбыҙса, тик, хас үҙебеҙҙең башҡорт теленең үҙенсәле байлыҡ – гүзәллегенә таянып, матурлап эшкәртергә.
Был яҙма һуңғы вариант түгел. Бәлки, онотоп, яҙмаға төшөрөлмәй ҡалған, Шәриғәт ҡанундарырына үтешле, уға, һис ҡаршы килмәгән, матур һәм үҙ урынынса мөһим булған йолаларҙа, үҙҙәренсә ошо яҙмала, тейешле урынын табыр. Шул ыңғайы, бер ҙур үтенес! Башҡорт телен бик яҡшы үҙләштереп-белгән оло һәм йәш имамдарыбыҙға бөтөн тексты етди һәм ентекле ҡарап уҡығандан һуң, телебеҙҙең байлығынан сығып текстҡа өҫтәлмә лингвистик йәм һәм һөйләмдәр төҙөлөшөнә мантыйҡҡи(логикалы) матурлыҡ индерәйек.
Беҙҙең ҡарашса, Мәүлид байрамының салауаттарын күпмелер ҡыҫҡартып, үткән йылдарҙа, йәштәрҙең заманса уҙғарылған мауыҡтырғыс формаһын да был яҙмаға тейешле рәүештә керетергә. Ошо буласаҡ яҙмабыҙ беҙгә, бер-бөгөн, иртәгә, йә, ҡайсан да булһа бер нисә мәртәбә генә әйтәһе һүҙебеҙ тугел. Шулайса, ныҡлы рухани, мәғәнәүи интеллектуаль эшкәртелгән текст булдырайыҡ. Бөгөн һәм киләсәктә, халҡыбыҙ, дин әһелдәре-руханиларҙың, имамдарыбыҙҙың һәр вәғәз-хөтбәләренән ишетеп, Илаһиәт доньяһының матур һүҙҙәренә ҡыуанып, илһамланып тыңлар һәм динебеҙгә ынтылыр ылығыр. Әййе, һуңғыһы, оло һәм йәш имамдарыбыҙ иғтибарына, – хөтбә-вәғәздәрегеҙҙең һүҙ-һөйләмдәре юғары Илаһиәт көсө һәм гүзәллегенә теркәлеп төҙөлөргә тейеш. Шунда ғына, беҙ халҡыбыҙҙың дини һәм доньяуи тормошо берлектә барыуына ирешербеҙ.

Балаға исем ҡушыу тәртибе
Берәй балаға исем ҡушыу мәжлесенә әйтелгән мәлдә, һәрсаҡ(каждый раз) ошо доғаны уҡырға; “Аллаһумма джғәлһү бәррән үә әнбитһү фил Ислами нәбәтән хәсәнәү үә джғәлһү мәсғүдән фи ддүнйә үә әхирәһ”.
Вәғәз, йәғни атай- инәйгә(әсәйгә), ҡорға йыйылғандарға әйтәһе һүҙ.
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррәхим. Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
Аллаһы Тәғәләбеҙҙен, иң беренсе итеп, был доньяға яралтҡан кешеһе- Әҙәм ғәләйһи сәлләм, шул ваҡыттан килгән изге йола. Башҡорттарҙың, элег-электән, боронғонан килгән рухани һәм мәҙәни йолалары Ислам дине,йәиһә, Шәриғәт ҡанундары менән яраҡлы рәүештә берләшә. Шуға ҡарата, бер нисә әйтәһе һүҙ бик тә мөһим, тием. Бала тыуғас ғәиләлә шатлыҡ, өйгә ырыҫ килә һәм йәм инә. Боронғолар, белеп әйткәндәр, өй йәме балала, тиеп.
Элгәре, элегерәк роддомдар булмаған осорҙа, кендекәй(повитуха), ата-әсәһенә баланы күрһәткәс,уның ҡолағына тәүге исемен әйткән, атай-әсәйҙәр теләгенсә уң ҡулына еп бәйләгән. Былар, балаға, тәүге исем менән бәйле еп, ваҡытлыса бетеү-һаҡ-оберег-амулет(әмәлит) -һаҡла тирә-яҡтағы яман көстән- тип. ҡулына бәйләнгән. Шунан һуң балаға, 7се йә 40сы көнө, исем туйында ысын(рәсми) исем ҡушылған
Исемләйбеҙ, исем бирәбеҙ Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән, әле генә, илап-тулап, үҙен был доньяға иғлан итеп мөләйем генә йылмайа-көлөп йә әсе ҡысҡырып ятҡан, Әҙәм һәм Нух ғәләйһи ссәләмдәр тоҡомонан булған, ошо яңы йән эйәһе, сабыйға. Атаһының һәм инәһенең шатлыҡ-ҡыуанысына, уларҙың яҡшы-бәхетле киләсәктәге ышанысына, алдағы ғүмерҙәрендәге ярҙамсыһына. Ислам-имандың нимә икәнен белеп, аманатта тоғро үәрисенә. Өммәтебеҙ – йәмғиәттә, динебеҙ Исламда, Аллаһы Тәғәлә ирадаһынан тағы ла бер кеше, үҙенә исем алып, был донья ҡосағында беренсе аҙымдарынан киләсәккә ынтыласаҡ.
Ислам диненең йолаһыман исем ҡуштыраһығыҙ, шулай булғас, һеҙ, икегеҙҙә, атай-инәй(әсәй), үҙегеҙгә яуапсылыҡ алаһығыҙ балағыҙҙың Ислам динендәге рухи йәшәйешенә, аң-белеме(сознание-знание), доньяуиҡарашы мосолманлыларҙан булыуына.
Бәйғәмбәребеҙ (صلعم) әйткән; “Атайман-инәйҙең, балалары өҫтөнән өс төр хаҡы бар; беренсеһе, балаға киләсәгендә, Аллаһы Тәғәләгә һәм үҙенә лә килешкән, дини йәки халҡыбыҙҙа таралған үҙенсә матур һәм мәғәнәле исем бирергә, йәғни, исемдең төбөндә ғәиләнең үткәненә йә киләсәгенә ҡарата тейешле мәғәнә булыуы яҡшы, икенсеһе – заманыбыҙға ҡарата килешеүле донья белеме биреп, төрлө-төрлө һөнәрҙәргә өйрәнеүгә ярҙамлашыуығыҙҙа, өсөнсеһе – баллиғ, үҙ ваҡыты (совершеннолетие) еткәс килешеп-яратышып йөрөгән хатын-ҡыҙ менән никахта ҡауыштырып хәләл ефеттәр итеп, уларҙы беркетергә.
Баланың ата-әсәһе – киләсәктә, был бала – бала ма, әллә, бәлә мә, тип, әйтмәҫ өсөн, ҡыҫҡаса, балаға биреләсәк тәрбиә тураһында.
Был, хәйәт доньяла, булған һәр бер атай ҙа, инәй ҙә балалары бәхетле, иҫән-һау, сәләмәтлектә үҫеүен, йәшәүен теләй. Быға, һеҙҙең барығыҙҙа, һис шикһеҙ килешерһегеҙ һәм, әйе – тиерһегеҙ. Быны шуңа ҡарата әйтәм, әгәр хис-теләктәрегеҙ, теләк кенә булып ҡалмайса балаларығыҙҙың ғүмеренә ашһын өсөн уларҙы матур, затлы кейем-һалымға төрөп-урап, туҡлыҡлы һәм татлы аш ашатып-эсереүҙә генә түгел. Был, мәтди (материальный) ҡараш, балалар һәм атай-инәйҙәр араһындағы мөнәсәбәттә, икенсе урында булырға тейеш.
Беренселек тә, рухани (духовный) ҡарашта төҙөлгән мөнәсәбәттәр генә баланы, Ислам дине ҡушыуынса һәм халҡыбыҙҙың әхләҡ-әҙәп ҡағиҙәләре нигеҙендә үҫеүе, ысын кеше сифатына тулыһынса күтәрә. Ундай кешегә был доньялағы үҙенең ысын урынын табыуы һис шикһеҙ еңеләйә лә һәм кеше ниңә йәшәгәнен, был ғүмерҙең төп мәғәнәһенә, ғөмүми һәм һуңғы морат-маҡсатына төшөнә, уны аңлай һәм дә шуға бар көсөн биреп ынтыласаҡ. Шул саҡта, уның һәр бер ынтылышы Собханә Хаҡ Тәғәлә Аллаһы, Раббыбыҙҙың тәҡдиренсә килә һәм Аллаһыбыҙҙың бөйөк рәхмәт – фәдҙлийәтенә ирешә. Барыбыҙға ла, мәғлүм, Хоҙай Тәғәләбеҙҙың ризалығына лайыҡ булыу, Уның Ҙур фәдҙлийәтендә йәшәү, әйтәһе лә түгел, ифрат оло һөйөнөс һәм уға тиңдәш шатлыҡ юҡтыр. Булһа, әхирәттә генәлер. Ер шарында йәшәүсе кешеләрҙең күбеһе был шатлыҡ-ниғмәттән мәхрүм. Әйҙә, бәхетле булһын киләсәге, ғүмере татыулыҡ-тыныслыҡта, сәләмәтлектә генә һәм Аллаһы Тәғәләнең, атай-инәйеңең, туғандарының ризалығында, Ислам диненең Шәриғәт ҡанундарына теркәлеп төҙөлгән тәрбийәһендә, хәләлдә, изгелектә үтһен.
Беҙ барыбыҙҙа был доньяла, тәү сиратта үҙебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға һәм яҡын дуҫ-иштәребеҙгә лә бәхетле тормош, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бына ошо сабыйға ата-инәһе, туғандары ла һәм кемдәр уны белә һәм киләсәктә беләсәк, һәм, бына ошонда ултырыусыларҙың барыһы ла шул изге теләктәрҙе иҫебеҙҙә тотайыҡ. Доньялар, илдәр ҙә тыныс булып ошо сабый атаһыман-инәһен(әсәһен), туғандарын ҡыуандырып, был доньялағы барса шәхси фиғыл-ғәмәлдәре, йәғни ҡылған эштәре һәм йәмғиәттә аралашыу мөнәсәбәттәре юғары кешелеклек сифатында; күркәм холоҡло, мәрхәмәтле булып, иҫәнлектә-сәләмәтлектә үҙенә лә ошолай балаларына исем туйҙары үткәрергә Хоҙай Тәғәләбеҙ насип ҡылһын ине.
Баланы йыуындырып, матур-таҙа кейендереп пак урынға, йомшаҡ-мендәргә, имамдың-исем ҡушыусының алдына һалырға. Баланың башы имамға, аяҡтары ҡыблаға юнәлтелә.
Әғүҙү биЛлаһи минә шшайтани ррәджим. БисмиЛлаһи ррахмани иррахим.
Әль хәмдү лиЛлаһи Раббиль ғәләмин.
Салауат әйтелә; إِنَّ اللَّهَ وَمَلَائِكَتَهُ يُصَلُّونَ عَلَى النَّبِيِّ يَاأَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُوا صَلُّوا عَلَيْهِ وَسَلِّمُوا تَسْلِيمًا.
Исем ҡушыусы баланың баш тарафына баҫа һәм әйтә: “Аллаһы Тәғәләгә хәмед-сәнә һәм Уның ризалығы өсөн, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салла Ллаһу ғәләйһи үә ссәләмгә салауат-шәриф һәм уның шәфәғәте өсөн ошо балаға исем ҡушыу өсөн ҡыбла тарафына юнәлттем йөҙөмдө, лиЛлаһи хәлисән Тәғәлә.

Собханәкә Ллаһумма үә бихәмдикә үә тәбәрәкә смукә үә Тәғәлә джәддүкә үә лә иләһә ғәйрүк.
Аллаһумма салли ғәлә сәййидинә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә сәлләйтә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әлиһи Ибраһимә. Иннәкә хәмидум мәджид. Аллаһумма бәрик ғәлә Мөхәммәт үә ғәлә әлиһи Мөхәммәт. Кәмә бәрәктә ғәлә Ибраһимә үә ғәлә әлиһи Ибраһимә. Иннәкә хәмидум мәджид .
Шунан һуң имам баланың башының уң яғына эйелеп аҙан әйтә лә, ҡолағына: “Был сабыйҙың исем шәрифе-фәлән улы фәлән йә фәлән ҡыҙы фәлән-булһын”, — тип өс тапҡыр әйтә һәм өшкөргән кеүек ҡолағына өрә.
Шул уҡ тәртиптә һул ҡолаҡҡа ла ҡәмәт әйтелә -фәлән улы фәлән йә фәлән ҡыҙы фәлән-булһын”, — тип әйткәс, доға менән тамамлайбыҙ.
“Аллаһумма джғәлһү бәррән үә әнбитһу фил Ислами нәбәтән хәсәнәү үә джғәлһү мәсғудән фи ддунйә үә әхирәһ”.
Был һүҙем инде, һеҙгә йәмәғәт, әгәрҙә әле генә әйткән һүҙҙәремә ирешергә теләүселәр арағыҙҙан булһа, тырышығыҙ, Үҙ рәхмәтен Аллаһы Тәғәлә һеҙгә лә бирер. Ул бит, бар нәмәне лә күрә, ишетә, белә. Һуңға ҡалмағыҙ, һуңғы һулышығыҙ килгәнсә көтөү, әхирәттәге булмышығыҙҙы хәйерле ҡылмаҫ. Исем ҡушыусы берәй аят уҡый.

Никахлаштырыу тәртибе
Хатын-ҡыҙ үҙ теләге менән никахлашырға тейеш, һис бер сит ихтияри көскә буйһонмайса. Мәсеттәме, кемдеңдер өйөндәме, хатта тәбиғәт ҡосағындамы ошо йола уҙғарғанда никахлашыусыларҙың ата-инәһе, улар булмаһа туғандары, дуҫ-иштәре һәм шаһиттәр булыуы кәрәк. Никах үткәреүсе, мулламы, имаммы, әллә, берәй абруйлы, ышаныслы кешеме, ҡыбла тарфына ҡарап ултырырға тейеш, никахлашыусылар уға ҡаршы. Мәсеттән башҡаса был хәл һәр ябай өйҙәрҙә бик урынынса тура килмәй. Шуға күрә никах үткәреүсе хәмед-сәнә уҡығанда ғына булһа ла йөҙөн ҡыбла тарафына юнәлтеүе хәйерлерәк. Мәһәр тураһында никахлашыусы йәштәрҙең һәр ике яҡтанда ошо йолала ҡатнашыусы туғандары араһында тейешенсә килешеүҙәре мөһим. Атай – инәйе, йә яҡын туғандары булмаһа, йә йыраҡта йәшәүҙәре сәбәпле улар килмәһәләр. Шаһиттарҙә, мәһәр булама, булһа хаҡ-күләмен, булмаһа ней өсөн икәнен, йәштәр менән ыңғай татыулы килешелгән ҡарарҙа булыуҙары кәрәк. Шаһиттарға, йә бүтән ошо йолала ҡатнашыусы, йә ойоштороусы татлы һыу булыуын онотмайса, әҙерләүе мотлаҡ.
"Әбйәлил" гәзитенән.

Дауамы бар.

Читайте нас: