Бөтә яңылыҡтар
Динебеҙ ислам
20 Декабрь 2017, 11:30

Балаға ҡорбан

Бала тыуғас салынған ҡорбан — ғаҡиҡа ҡорбаны Яңы тыуған баланың башында булған сәс, шәйех Әбү Ғүбәйд, әл-Әсмәғи үә Зәмәхшәри фекеренсә, ғаҡиҡа тип тәржемә ителә. Шул һүҙҙән алып, тыуған бала өсөн ҡылынған ҡорбанды «ғаҡиҡа ҡорбаны» тип атайҙар. Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм ейәндәре Хәсән менән Хөсәйенгә тыуғандан алып етенсе көндә берәр һарыҡ ҡорбан итеп салған. Ғәләйһис-сәләм ейәндәренә төбәп әйткән: «Ир балаға ғаҡиҡа бар, шуға ла терлектең ҡанын ағыҙығыҙ үә баланың сәсен ҡырығыҙ».

Башҡа өс мәҙһәбтә был ғәмәл сөннәт булып һаналһа, беҙҙә, Хәнәфиләрҙә, мөбах була. (Джәмиғул-мәхбүби). «Шәрх Тәхәүи» китабанда — сөннәт тиелә. Быға дәлил итеп Ғәйшә радыяллаһү ғәнһәнән, һүҙҙәре килтерелгән. «Вәжиб ҡорбанынан һуң башҡа бөтөн төр ҡорбандар юҡ», — тигән ул. Ләкин ҡәтғи тыйыу ул ваҡытта уҡ булмаған.

Ғаҡиҡә ҡорбанын бала тыуғандан алып, бәләғәткә ирешкәнсе салырға була. Иң яҡшы ваҡыты, бала ете көнлөк саҡта. Шул уҡ көндә баланың башындағы сәсте ҡырып, шул ауырлыҡта алтындан йәки көмөштән саҙаҡа бирергә кәрәк. Иртәрәк исем ҡушыу ҙа дөрөҫ. Бәйхаҡи хәҙрәттәре әйткән: «Балаға етенсе көндә исем ҡушыуға ҡарағанда, тыуғас та ҡушыу дөрөҫөрәк».

"Әбйәлил" гәзитенән.


Читайте нас: