Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Март 2021, 09:50

Бүрәт йылҡысылары башҡорт тоҡомло аттар үрсетергә йыйына

Бүрәт Республикаһының йылҡысы хужалыҡтары етәкселәренән торған делегация Иглин районына, фермер Хәсән Иҙиәтуллинға килде. Уларҙың төп маҡсаты – тәжрибә үҙләштереү һәм башҡорт тоҡомло аттар һатып алыу.

Иглин фермеры ҡунаҡтарҙы милли аш-һыу һәм бүләктәр менән ҡаршы алды. Ә уның данлы йылҡы өйөрө теҙелгән көтөүлектә «Бүрәттәр» тигән һүҙҙе уҡырға мөмкин ине.
«Хәҙер беҙ үрсетеү өсөн тап һеҙҙең тоҡомдо ҡарайбыҙ, сөнки уның сыҙамлы, һыуыҡҡа бирешмәүсән, әммә иң мөһиме – уны үрсетеүҙән иҡтисади һөҙөмтәлелек тураһында бик күп ишетеп беләбеҙ, – тип һөйләне «Ульдурга» йылҡы заводы рәйесе Булат Будажанаев.
Башҡортостан йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй, бында өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ, тип билдәләне ул.
Бүрәт йылҡысылары тәүге этапта 40 баш йылҡы һатып алырға ниәтләй.
Иҙиәтуллин республикала ҙур йылҡы тоҡомсолоҡ хужалыҡтарының береһен етәкләй. Хәсән Иҙиәтуллиндың улы һәм төп ярҙамсыһы Сәғитйән Инстаграмда, шулай уҡ YouTube-каналда аттарҙы үрсетеү тураһында ентекле мәғлүмәттәр бирә. Уларҙың хужалығында саф башҡорт тоҡомло 1000-дән ашыу йылҡы бар.
Башинформ.
Читайте нас: