Стэрлебаш шишмэлере
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Март 2021, 11:20
Грант Дүртөйлө фермерҙарына ярҙам итә
«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проектының «Фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү» төбәк проекты Дүртөйлө районының эш башлаусы фермерҙарына яҡшы ярҙам булды.
2020 йылда тармаҡҡа 13 кеше йәлеп ителгән: берәүҙәр агробизнес менән шөғөлләнә, крәҫтиән (фермерлыҡ) хужалыҡтар булдырғандар, икенселәр агропредприятиеларға эшкә урынлашҡан.
Дүртөйлө районы халҡы субсидиялар алыуға конкурстарҙа әүҙем ҡатнашҡан. Шулай, эш башлаусы фермерға ярҙамға грантты ит малсылығын үҫтереү буйынса бизнес-планы менән Салауат Хәбиров отҡан. 4 миллион һум уның проектының хаҡын тулыһынса тиерлек ҡаплаған. Ә Зимфира Төхбәтуллинаның «Агростартап»та ҡатнашыуы фермерлыҡ хужалығын үҫтереүгә 4,5 млн һумдан ашыу аҡса алырға мөмкинлек биргән.
Был йүнәлештә эш дауам итә: буласаҡ һәм ғәмәлдәге аграрийҙар эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә ҡатнаша, улар аҙна һайын район хакимиәтендә үтә.
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://foreign.bashkortostan.ru/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?