Ленин исемендәге хужалыҡтың хужалыҡта ике тармаҡ - үҫемлекселек һәм малсылыҡ тотороҡло үҫешә. Ә бит беренсеһенең продукцияһы миҙгелле генә. Ә һөтсөлөк фермалары йыл әйләнәһенә (йәғни көн һайын) килем бирә. Шулай итеп, һөтсөлөк тармағы төп килем килтереүсе булып тора.
Бында, Ҡуғанаҡбаш фермаһында, һөтсөлөк продукцияһын етештереү менән ныҡлы шөғөлләнәләр. Малсыларҙың кәйефе яҡшы. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Һуңғы йылдарҙа эш шарттары яҡшырған. Барыһының да хеҙмәт хаҡы яҡшы, уны тотҡарлыҡһыҙ алалар.
Бына, әйтәйек, ғәҙәти ҡышҡы көндәрҙең береһе. Көндәлек мәшәҡәттәр. Таң менән һыйыр һауырға барырға. Һауынсыларҙың өйҙәренә «Газель» автомашинаһы килеп туҡтай ҙа, фарҙарын яндырып - һүндереп ала. Артабан водитель Фәнзил Сәйфетдинов сигнал да бирә. Һауынсылар оҙаҡ көттөрмәй, машина ауылдан өс километр алыҫлыҡта урынлашҡан фермаға юл тота. Һауындан һуң ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйҙәренә алып барып ҡалдыралар. Кисен дә шулай уҡ хәл.
Был фермала мал һаны күп, шул иҫәптән 260 һыйыр. Яртыһынан күберәге - юғары продуктлылы ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар. Малдарҙы яңыртыу дауам итә. Был участканың мөһим роль уйнауына ярашлы башҡа мәсьәләләр ҙә хәл ителә. Һөт үткәргес бар, яҡшы мал аҙығы таратҡыс эшләп ҡуйылған. Фәнүр Сәйфетдинов, Фаил Бикҡолов, Фәнил Ишморатов агрегаттарҙы оҫта хеҙмәтләндерә. Мал аҙығы базаһы ныҡлы. Мал-тыуарға әлеге ваҡытта бесән, һалам, сенаж бирелә. Бында әйтеүҙәренсә, һәүкәштәр өсөн деликатес. Башҡа механизмдар ҙа һәйбәт торошта. Бер һүҙ менән әйткәндә, мал ҡышлатыу яҡшы режимда үтә. Көндөҙ һыйырҙарҙы кардаға сығаралар. Һәр ерҙә тәртип.
Коллектив ағзаларының холоҡ-фиғеле ныҡлы, крәҫтиәндәрсә сыҙамлы. Бында Рәшит Бикҡолов, Флүр Ишмөхәмәтов, Тимербай Кәримов, Эмиль Дәминов кеүек мал ҡараусылар эштәрен белеп башҡара.
- Ағымдағы йылда беҙҙең производство үҫешеүен дауам итә, - тип билдәләне ферма мөдире Рәсим Ишмөхәмәтов.
Эйе, ике айҙа бында уртаса һәр һыйырҙан 847 кг һөт һауылған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 140 килограмға күберәк. Ә алдынғы һауынсы Рәзифә Бикмөхәмәтованың йыллыҡ күрһәткесе - 5773 кг.
Рәсим менән гәзит өсөн фотоһүрәт тураһында әңғәмә ҡорам.
- Кемделер айырып билдәләгем килмәй, - тип яуап бирҙе ул. - Бына бында хәҙер бөтә һигеҙ һауынсы ла йыйылған. Бырыһы ла кадрға эләкһен. Тырышып эшләй улар.
Был хужалыҡтың икенсе - Йомағужа фермаһы-бер нисә йыл юғары ҡаҙыныштары менән дан тота. Ҡасандыр унда ҡара - сыбар тоҡомло һыйырҙар аҫрай башлағандар ине, һәм был эш үҙен аҡланы.
- Әммә тоҡомло һыйырҙарҙы арттырыу буйынса эш дауам итә, - тине ферма мөдире Тимур Ғәлиев. - Ике йыл элек хужалыҡ Саҡмағош районынан юғары продуктлы 33 тоҡомло тана һатып алды. Улар быҙауланы. Киләсәктә файҙаһы ҙур булыр тип уйлайбыҙ.
Был вазифала Тимур йыл ярым ғына эшләй, әммә ул үҙен оҫта етәксе булараҡ күрһәтеп өлгөргән, тип билдәләйҙәр. Ул командаһы татыу булыуҙан ҡәнәғәт, шул иҫәптән мал ҡараусылар Рәүеф Чербаев, Динар Кинйәбулатов, Рафаэль Шакиров, Ғәзинур Байморатов. Ирле-ҡатынлы Резида һәм Юрис Чербаевтар быҙауҙар ҡарай. Дөйөм алғанда, фермала тәртип. Уҙған йылда һөт үткәргес эшләй башлауына һауынсылар айырыуса һөйөнә.
Уҙған йылда был фермала һыйырҙарҙың (бында 120 баш) продуктлылығы 6355 кг, ә иң яҡшы һауынсы Айгөл Чербаеваныҡы - 6438 кг тәшкил иткән. Ике фермала ла һыйырҙарҙы яһалма ҡасыралар, был шулай уҡ киләсәктә мал-тыуарҙың продуктлылыҡ сифаттарын арттырыуға ыңғай йоғонто яһарға тейеш.
Бөгөнгө баҙар заманында, тирә - яҡта бөтә әйбер тиҙ үҙгәргән ваҡытта, әлбиттә, производствоның һөҙөмтәлелегенә ирешеү еңел түгел. Әммә Ленин исемендәге хужалыҡта һөт килем килтерә, аҡса мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итә. Әйтергә кәрәк, бында килемде арттырыу өсөн өҫтәмә мәмкинлектәрҙән файҙаланырға тырышалар. Мәҫәлән, продукцияның сифаты кеүек мәсьәләне алып ҡарайыҡ. Хужалыҡ һөттө 3,9-4,0 процент ҡуйылыҡта һата, был күпкә юғарыраҡ. Ә ошоноң иҫәбенә, билдәле булыуынса, өҫтәмә һөт иҫәпләнә. Уҙған йылда, мәҫәлән, бындай өҫтәмә 1200 центнерҙан артыҡ тәшкил иткән. Йәғни, әгәр Өфө һөт заводына 19880 центнер һөт оҙатылһа, аҡсаны 21080 центнер өсөн алалар. Бынан тыш бөтә прдукция беренсе сорт менән генә тапшырыла.
Хужалыҡ рәйесе Юрис Синәғолов, экономист Ирина Баҡыева, баш бухгалтер Гөлнара Садиҡова хужалыҡтың иҡтисади мәсьәләләрен иғтибар менән ҡарап баралар (бына бөгөн тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, билдәле сәбәптәр буйынса эшләүе ауыр, түҙемлелек, уйлап эш итә белеүсәнлек кеүек сифаттар кәрәк). Хужалыҡтың киләсәккә пландары байтаҡ. Шуларҙың береһе - машина-тракторҙар паркы гараждарына газ үткәреү. Уның буйынса эш башланған, һәм уның ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамланыуына шик юҡ.
Ферма мөдирҙәренән бөгөнгө етештереүсәнлек күрһәткестәре менән дә ҡыҙыҡһындым. Улар шундай: Йомағужа һөтсөлөк фермаһында бер һыйырҙан уртаса тәүлек һауым-14,8, Ҡуғанаҡбашта-14,2 кг тәшкил итә. Билдәләп үтергә кәрәк, малдарҙы аҙбарҙарҙа аҫрау осоронда-был бик яҡшы күрһәткес. Тимәк, тотороҡлолоҡ ҡына һаҡланмай, алға китеш тә күҙәтелә. Ә көтөүлек миҙгеле башланыу менән продукция артасаҡ.