Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ғинуар 2021, 16:32

Малсылыҡ– сығымдар талап итеүсе ауыр тармаҡ

Мал ҡышлатыуҙың имен барышы күбеһенсә мал аҙығы запасына бәйле. Быныһы беренсенән. Тағы бер мөһим нимә – малдарҙы яҡшы ҡарау. Был көндәрҙә һыйырҙар һәм үгеҙҙәр аҙбарҙа тора, ваҡыты менән саф һауаға сығарыла. Ҡыш уртаһы ғына, малдарҙы көтөүҙә йөрөтөүгә алыҫ әле.

Иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә Матросов исемендәге хужалыҡтың Әмир фермаһы территорияһында эш ҡайнай. Һауынсылар һауымға әҙерләнә, мал ҡараусылар аҙыҡ тарата. Өс ҡатын-ҡыҙ һыйырҙарҙы ике тапҡыр һауа, әйткәндәй, уларҙың береһе – Ирина Рәхимова ғына ошо ауылдан, ҡалғандары башҡа ауылдарҙан. Мәҫәлән, Надежда Дәминова – Баҡса ауылынан, Татьяна Молофеева – район үҙәгенән. Уларҙы эшкә йөрөтөү өсөн автомашина бүленгән.
Һөт һауып алыу күрһәткестәре әлегә юғары түгел. Көҙҙән һатып алынған 32 баш тоҡомло таналарға ҙур өмөт бағлайҙар. Улар мартта быҙаулар тип көтөлә. Был малдар башҡа һыйырҙарҙан айырым аҫырала. Ферма эшсәндәре уларҙы «элита» тип йөрөтө. Был таналар эре, көр, нәҫелле булыуҙары күренеп тора.
Хужалыҡ етәксеһе Ильвер Хәлитов һәм бригадир Амур Хәлитов менән бергә ферма буйлап экскурсияны дауам итәбеҙ. Быҙау аҙбарында туҡталдыҡ. Бында үрсем өсөн бөтә шарттар булдырылған. Быҙауҙар тыуғас та бында ҡуйыла, тәрбиәләү һәм ашатыу Фидан Сәйфетдинов менән Әхтәм Шабаевҡа ышанып тапшырылған. Беҙ барған көндө улар ветеринар табип Фәнүр Баһауетдинов менән 45 быҙауҙы мөгөҙһөҙләндереү менән шөғөлләнә ине. Бынан быҙауҙар бер аҙ ҡурҡыбыраҡ ҡалған. Быҙау ҡараусылар уларға аҙыҡ тарата.
- Яҡшы ашайҙар, - ти Фидан Сәйфетдинов. – Минең төркөмдәге малдар бер төргәк бесәнде ике көндә тулыһынса ашап бөтәләр.
Әйткәндәй, Фидан был төргәктәрҙе үҙе әҙерләгән, бесән мәлендә ул комбайнда эшләй, сабылған бесәнде үҙе преслай, ә ҡышын быҙауҙар ҡарай.
Артабан бәйһеҙ ысул менән аҫралған 160 һыйыр тотолған аҙбарға индек. Йәйен бында һөт үткәргес һуҙылған. Ашатыу тулыһынса механикалаштырылған. Мал аҙыҡтарын тейәү һәм таратыу Фаил Латипов менән Камилйән Таировҡа тапшырылған. Илгиз Фәтҡуллин биналарҙан тиреҫте сығара. Һыйырҙарҙы ҡарау Венер Савин иңенә төшә.
- Малсылыҡтан әлегә табыш алып булмай. Сығымдар ҙур, килем аҙ, - тип зарлана рәйес. – Юғары продуктлы һыйырҙарҙан яҡшы һауым алырға мөмкин, ә тоҡомло мал хәҙер бик ҡиммәт. Һөт үткәргес һуҙыуға, биналарҙы ремонтлауға, малдар һатып алыуға миллионлаған һумдар сарыф иттек. Үҫемлекселек менән шөғөлләнеү еңелерәк – сәсәһең, эшкәртәһең, йыйып алаһың, һатаһың. Шулай ҙа беҙ бөгөнгө тырышлығыбыҙ, сығымдар һәм малсылыҡ тармағына йүнәлткән сығымдар ҡасандыр үҙен аҡлар, табыш килтерер, тип өмөтләнәбеҙ.
Фаягөл ЙОСОПОВА. Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.
Читайте нас: