Бына 2017 йылға ла аяҡ баҫтыҡ. Яңы йыл алды мәшәҡәттәре, әҙерләнеүҙәр һәм ығы-зығы артта ҡалды. Кешеләр бер аҙ эштән арынып, туғандары һәм дуҫтары менән осраша алды. Әммә каникул ваҡытында ла ял итмәй эшләгән һөнәр эйәләре бар. Улар ауыл хужалығында эшләүсе: мал ҡараусылар, һауынсылар һ.б. «Урожай» йәмғиәте хисапсыһы Любовь Тимофеева (һүрәттә) - шундайҙар иҫәбендә. Ул коллегалары менән байрамда ла эшләүен дауам итте.
Любовь Тимофеева бик әүҙем, аралашыусан, дәртле кеше. Эшкә килеү менән хеҙмәттәштәренең хәлдәрен һораша, һәйбәт яңылыҡҡа ҡыуана, ә проблемалары булғандарға - ҡулынан килгәнсә ярҙам итә.
- Коллективыбыҙ тураһында: «Алтын ҙур булмай», тип тә әйтергә мөмкин. Аҙ булһаҡ та беҙ татыу һәм берҙәм. Хеҙмәттәштәремдең һәр береһе миңә яҡын. Бында эшкә килгәнгә тиклем магазинда һатыусы булып эшләнем, әммә мин тап ошо һәнәрҙе үҙ иттем һәм яраттым, бында 1999 йылдан алып эшләйем. Шул ваҡыттан алып иртә тороу минең өсөн ғәҙәти хәл, - тип йылмая Любовь Исаевна.
Эштә хөрмәтле хеҙмәткәр, өйҙә ул - яратҡан тормош иптәше һәм әсәй. Хәләл ефете Финур менән улар өс бала тәрбиәләп-үҫтергән.
Тырыш хеҙмәте, эшкә ҡарата намыҫлы мөнәсәбәте өсөн ул уҙған йыл ауыл эшсәндәре слетында Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
- Эшләй алыу ул ҙур бәхет, тип иҫәпләйем. Сөнки хеҙмәт һөҙөмтәһен, үҙең ултыртҡан гөлдәрҙең сәскә атыуын, яҡындарыңдың һин бешергән ризыҡты яратып ашауын күреү ни тора. Сәләмәтлек кенә булһын, - тип уртаҡлаша Любовь Исаевна.