Ленин исемендәге хужалыҡ - районда көҙ етеү менән, баҫыу эштәрен тамамлағандан һуң техниканы ремонтлауға тотонған хужалыҡтарҙы береһе. Беҙ хужалыҡ МТМһына барғанда, бында эш тулы көскә бара ине. Техниканы әле үк ремонтлау мотлаҡмы тип ҡыҙыҡһындыҡ, сөнки яҙға тиклем ваҡыт етерлек, ә тышта һыуыҡ. Был һорауға хужалыҡтың баш инженеры Амур Синәғолов: «Арбаңды - ҡыш, санаңды - йәй әҙерлә» тигән халыҡ мәҡәле менән яуапланы.
- Әгәр беҙ әле үк техниканы әҙерләй башламаһаҡ, беҙгә яҙ көнө бик күп йүгерергә тура киләсәк. Сөнки яҙын унан башҡа ла эш етерлек. Күҙ уңында тотолмаған хәлдәрҙең барлыҡҡа килеүе ихтимал, барыһына ла ныҡлы әҙер булырға кәрәк. Әлеге ваҡытта беҙ запас частар һайлап, уның хаҡын белешә алабыҙ. Яғыулыҡ-майлау материалдарының бер өлөшөн һатып алдыҡ. Яңы йылдан һуң уға хаҡ тағы ла артыр тип уйланыҡ.
Беҙ гараждарҙың береһенә индек. Унда барыһы ла техниканы ремонтлау менән мәшғүл ине. Данис Хөсәйенов МТЗ тракторын ремонтлай. Бында уҡ Сабит Булатовҡа беркетелгән Т-150 тракторы тора, уның двигателен яңы йылға тиклем ремонтлағандар. Мансур Рәхимов һәм Марат Битҡоловтар тырмаларҙы, ә Ринат Камалов менән Ринат Бохармәтовтар - культиваторҙарҙы рәткә килтергән. Альберт Батталов ДТ-75 тракторының двигателен көйләй.
Амур Юнир улы һүҙҙәренә ҡарағанда, кәрәкле запас частар һатып алынған. Деталдәр ҡайҙа арзаныраҡ тигән һорауға ул, арзандың сифаты аҡһауын әйтте. Шуға ла улар арзанды алырға тырышмай. Сифатлы тауар һатып алып, уның оҙаҡ ваҡыт эшләүе ни тора.
Икенсе гаражда Илнур Искәндәров менән Заһир Вәлитов тағылмалы катоктарҙы ремонтлау эштәрен тамамлай ине. Бында бер генә миҙгел эшләп өлгөргән К-744 тракторы ла бар. Белеүебеҙсә, ҡыш көнө тимер менән эшләү еңел түгел. Шуға күрә Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәренең гаражында электр мейестән башҡа утын менән яға торғаны ла бар - уныһы ныҡлы һыуыҡ саҡта ҡулланалар.
Болт, гайка кеүек ваҡ деталдәрҙе улар үҙҙәренең токарлыҡ цехында яһай. Бәләкәй генә оҫтаханала тәжрибәле токарь - Сәлихйән Вәлитов эшләй. Мин бында инеү менән ир-аттарҙың косметика магазинында үҙҙәрен нисегерәк тойғандарын күҙ алдыма килтерҙем: әйберҙәр бик күп, әммә улар нимәгә кәрәк булыуы бер ҙә аңлашылмай. Иң мөһиме, бында бөхтә, һәр бер нимә үҙ урынында. Цехта тулы тәртип.
Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре төп эште еренә еткереп башҡара тиергә мөмкин. Амур Юнир улы һүҙҙәренә ҡарағанда, механизаторҙар яуаплы, техниканы һәйбәт белә, бергәләп татыу эшләй. Әлеге ваҡытта Т-4 А тракторын ремонтлау өсөн Айнур Садиҡов, Рәүеф Синәғолов, Рәфис Йәминев, Илдар Бохармәтовтар бригадаға бүленгән. Сөнки эш еңел түгел, запас частар ауыр, бер кешегә генә барыһын да башҡарыу ҡыйыныраҡ.