Фермерҙар ғына түгел, ә ауыл халҡы ла үҙҙәренең ярҙамсы хужалыҡтарынан һыйыр, йылҡы, ҡош-ҡорт ите, шулай уҡ ҡаҙылыҡ, һөт ризыҡтары, бал, үҫемлек майы тәҡдим итте. Шулай уҡ бында мамыҡ шәлдәр, кейеҙҙән эшләнгән аяҡ кейемдәре, шыршылар, миндектәр һәм башҡа әйберҙәр һатып алырға мөмкин ине. Ҡыҫҡаһы, һатыусылар ҙа һәм һатып алыусылар ҙа бөгөнгө йәрминкәнән бик ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерә.