Уҙған йылдарҙан айырмалы булараҡ, Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған быйылғы тантана аҙ һанлы ҡатнашыусылар менән үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов, уның АПК мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Ф.В.Исмәғилев, район Советы рәйесе И.Г.Хәйбуллин ҡатнашты. Иғтибар үҙәгендә, әлбиттә, ауыл хужалығы тармағында юғары күрһәткестәргә ирешкән аграрийҙар тантана сәбәпселәре булды.
Урындағы үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығындағы йырҙар һәм шаярыуҙар менән бәләкәй генә театрлаштырылған тамашанан һуң, сәләмләү өсөн һүҙ Р.К.Рахманғоловҡа бирелде. Ул райондың агросәнәғәт комплексы эшенә йомғаҡ яһаны. Ауыл хужалығы предприятиеларының уңыштарын билдәләне.
- Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, айырым хужалыҡтар, атап әйткәндә, Ленин исемендәге, Матросов исемендәге хужалыҡтар, «Озон» йәмғиәте гектарынан 22 центнерҙан ашыу уңыш йыйып, юғары күрһәткестәргә иреште, - тип билдәләне Рөстәм Камил улы. – Бөртөклөләрҙең һәм бөртөклө – ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 85,7 мең тоннанан артығыраҡ, уртаса уңыш 20,4 центнер тәшкил итте. Юғары күрһәткестәргә ирешеү һауа шарттарына ҡарап эш итеү һәм игенселәрҙең хеҙмәткә намыҫлы мөнәсәбәт күрһәтеүе һөҙөмтәһе. Малсылыҡҡа килгәндә, 11 айҙа ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 27 мең тонна һөт һауып алған, 4281 тонна ит етештергән. Быйыл Матросов исемендәге хужалыҡта яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелде, бында 200 баш һыйырҙы бәйһеҙ аҫрау өсөн һыйыр аҙбарында реконструкция үткәрелде һәм һөт үткәргес урынлаштырылды, ноябрҙә хужалыҡ 32 баш ҡара-сыбар тоҡомло тана алып ҡайтты. Күп йылдар дауамында һөт һауыу буйынса алда барған Йомағужа фермаһында ла эш шарттары яҡшыра. Һәр һыйырҙан бында 5999 кг һөт һауып алалар. Баҡый фермаһында был һан – 5945 кг, «Урожай» йәмғиәтендә 5830 кг тәшкил итә.
Үҙенең сығышында Рөстәм Камил улы «Алтын көҙ - 2020» XXII Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә еңеүселәрҙе, йылҡысылыҡты һәм умартасылыҡты үҫтерүгә Гранттар алған йәш фермерҙарҙы ла билдәләп үтте. Артабан байрам сәхнәһендә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» маҡтаулы исемен биреү тантанаһы үтте. Әлеге исемгә райондың өс кешеһе лайыҡ булды. БР Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталары, район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары етештереү алдынғылары өсөн лайыҡлы награда булды. «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеме менән бүләкләү байрамдың иң тантаналы өлөшө булды. Матур музыка аҫтында ал таҫмалар төрлө һөнәрҙәр буйынса арымай-талмай хеҙмәт иткәндәрҙең иңенә ятты. Шунда уҡ йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хужалыҡтарҙы бүләкләү ҙә булды. Ун ай йомғаҡтары буйынса малсылыҡта «Центральная» МТС ауыл хужалығы предприятиеһы алдынғы тип танылды, икенсе урынға Матросов исемендәге хужалыҡ, өсөнсө урынға «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте лайыҡ булды. Үҫемлекселек буйынса иң яҡшыһы тип «Күндерәк» хужалығы танылды, «Урожай» йәмғиәте – икенсе, Матросов исемендәге хужалыҡ өсөнсө булды. Алдынғыларҙы хөрмәтләү концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
... Илдә һәм донъяла ниндәй генә ваҡиғалар булмаһын, бер нәмә: ауыл хеҙмәте үҙгәрешһеҙ һәм иң кәрәкле булып ҡала. Уға пандемия ла, ниндәйҙер сәйәси ҡаршылыҡтар ҙа юҡ. Ер һәм унда эшләүселәр генә бар. Шуға күрә, һәр көндө өҫтәлдәребеҙҙә күргән ниғмәттәрҙең ниндәй көс менән табылыуы тураһында онотмайыҡ. Иҫтә тотайыҡ, ихтирам күрһәтәйек һәм рәхмәтле булайыҡ.