Агросәнәғәт комплексы күрһәткестәрен иҫәпләүҙе автоматлаштырыу системаһын индереүҙең маҡсаты – тәҡдим ителгән мәғлүмәттең оперативлығы һәм сифаты, идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү сифатын күтәреүҙә.
Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, был системаны эшләү 2018 йылда уҡ башланған. Системаның оператив мәғлүмәттәрен мониторинглау модуле 2019 йылда файҙаланыуға индерелгән.
Әле ауыл хужалығы етештереүселәренең шәхси кабинеттарын эшләү бара, уларҙы тест режимында эксплуатациялау был аҙнала башлана. Шәхси кабинетта башҡа мөмкинлектәр менән бер рәттән субсидиялар алыуға ғариза биреү мөмкинлеге лә буласаҡ. Был фермер һәм аграрийҙарға ошо хеҙмәтте алыуҙы еңеләйтәсәк, ҡағыҙ документтар йөрөтөүҙе ҡыҫҡартасаҡ.
Күҙаллауҙар буйынса, был система Төбәктәр менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика системаһы менән берләштереләсәк. Аграрийҙарҙың сәсеү, уңыш йыйыу, һөт һәм ит етештереү кеүек мәғлүмәттәре тиҙ арала ошонда сағылыш табасаҡ.
Бынан тыш, Президиум ултырышының көн тәртибенә “Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына үҙгәрештә индереү мәсьәләһе лә сығарылды. Был проект Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһындағы 2020-2022 йылдарҙа федераль бюджеттан субсидиялар биреү тураһындағы килешеүҙең маҡсаттарын һәм күрһәткестәрен яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Шулай уҡ финанс йәһәттән тәьмин итеү өлкәһендә үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ бара.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.