Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына эш сәфәре барышында йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар менән осрашты. Улар республика етәксеһенә ялған ҡымыҙ етештереүселәрҙең артып китеүе тураһында белдерҙе. Туризм буйынса белгес, блогер Артур Иҙелбаев фекеренсә, мәсьәләне хәл итергә һәм Башҡортостандың ҡымыҙлы төбәк икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат итергә кәрәк.