Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр етештереү иҡтисадтың ошо секторындағы төп өлкәләрҙең береһен тәшкил итә. Унда 1,1 мең предприятие һәм 20 меңгә яҡын кеше эшләй. Быйыл алты айҙа ит, үҫемлек майы етештереү күләме артҡан. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәтендә 32 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла.
Федераль һөт етештереүселәр союзының генераль директоры Артем Беловтың фекеренсә, иң перспективалы йүнәлештәр – сыр, аҡ май, шулай уҡ лактоза һәм казеин кеүек техник ингредиенттар етештереү. Республика эшкәртеүҙе үҫтереү өсөн дә яҡшы ҡеүәткә эйә. Башҡортостандың Һөт союзы рәйесе Илдар Фәйзуллин әйтеүенсә, һөт етештереүҙе мал һанын арттырыу һәм уның етештереүсәнлеген күтәреү иҫәбенә үҫтерергә кәрәк.
Һыйыр итеү етештереүселәрҙең милли союзы генераль директоры Роман Костюк Башҡортостанда мал аҙығы майҙандары ит малсылығын үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса, тип белдерҙе. Республиканың Ит союзы рәйесе Виктор Фрейдин аграрийҙар өсөн мал һимертеү майҙансыҡтарының, малсылыҡ фермаларының, эшкәртеү предприятиеларының типовой проекттарын эшләргә һәм уларҙы бизнесҡа әҙер экспертиза менән тапшырырға тәҡдим итте.
Республика Башлығы Ауыл хужалығы министрлығына ике ай эсендә был мәсьәләне тикшерергә ҡушты.
Рәсәй иген союзы вице-президенты Александр Корбут үҙебеҙҙең иген баҙарындағы заманса үҙенсәлектәр тураһында һөйләне. Уларға ярашлы, Башҡортостан өсөн ҡуҙаҡлы культуралар һәм ярма етештереүҙе арттырыу, шулай уҡ юғары маржиналь аҙ тоннажлы сегменттағы проекттарға иғтибарҙы йүнәлтеү ҡулай булмаҡсы. Шуларҙың береһе – Стәрлетамаҡ районында “Башбиотех”та игенде тәрән эшкәртеү комплексын төҙөү. “АЕСОМ Рәсәй”ҙең төбәк директоры Фадель Раймонд “Ауыл сәғәте”ндә ҡатнашыусыларҙы уны ойоштороу барышы менән таныштырҙы.
Радий Хәбиров федераль эксперттарға аналитика өсөн рәхмәт әйтте.