Ҡайһы бер ауыл кешеһенең йорто мини-ферманы хәтерләтә, унда улар эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары, ҡуян һәм башҡа йорт хайуандары аҫрай. Мәҫәлән, Иҫке Ҡалҡаш ауылынан Дәүләтбирҙиндар ҡаҙ аҫрау менән тиҫтә йыл шөғөлләнә. Уларҙың беҙҙең гәзит уҡыусыларына әйтер, һөйләр һүҙҙәре бар.
- Беҙ йорт алдын буш, мал-тыуарһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ һәм тормошобоҙҙо даими эшһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, - ти Мәфтуха Сәхи ҡыҙы. - Йәшерәк саҡта көс тә күберәк ине. Өсәр баш һыйыр, һимертеүгә үгеҙҙәребеҙ була торғайны. Хәҙер ҙә ҡулдан килгәнсе мал аҫрарға тырышабыҙ, һау булһаҡ, ҡош-ҡорт менән өйрәк кенә үҫтерербеҙ инде.
Хужабикә һөнәре буйынса бухгалтер. Байтаҡ йылдар белгеслеге буйынса урындағы хужалыҡта эшләгән. Шулай уҡ фермерҙар ассоциацияһында бухгалтер иҫәбен дә алып бара, бер мәл хатта риелтор булып та эшләп ала - ауылдаштарына Советтар Союзы ваҡытында алынған колхоз фатирҙарын рәсмиләштерергә ярҙамлаша. Тормош иптәше Әғзәм Әҙһәм улы менән (ул күрше Федоровка районынан) 30 йылдан ашыу бергә. Өс балаһы ла өлкәндәр.
Ҡаҙ үҫтереү менән Дәүләтбирҙиндар туҡһанынсы йылдар аҙағында шөғөлләнә башлай. Тәүге йылда уҡ ҡаҙ аҫрау предприятиеһынан 100 бәпкә алалар. Бергәләп ҡарайҙар, кемдер бәпкә көтөргә (был эш күберәк ҡыҙҙарға ышанып тапшырыла), кемдер ашатырға яуаплы була. Көҙөн, килешеү шарттары буйынса, үҫтерелгән 20 ҡаҙҙы предприятиеға тапшыралар, ә ҡалғанын үҙҙәренә ҡалдыралар. Ошонан һуң уларҙа бәпкә сығарыу өсөн инкубатор һатып алыу тураһында уй тыуа. Уйлағанса эшләйҙәр. Шул ваҡыттан алып ғаилә ҡош-ҡорт аҫрау менән шөғөлләнә.
- Көҙҙән тоҡомға биш инә һәм ике ата ҡаҙ ҡалдырабыҙ. Бер инә ҡаҙ (тоҡомона һәм ашатыуға ҡарап) уртаса 40 йомортҡа һала. Алынған барлыҡ йомортҡаларҙы инкубаторға һалабыҙ. Улар беҙҙә өсәү. Береһенә 60, ҡалған икеһенә 28әр йомортҡа һыя, - тип тәжрибәһе менән уртаҡлашыуын дауам итте Мәфтуға Сәхи ҡыҙы. - Йомортҡаларҙан бәпкә сығышы 75-80% тәшкил итә. Иң мөһиме, инкубатор эсендә тейешле температура торорға тейеш, сөнки түбән температурала йомортҡа эсендәге яралғылар үҫешә алмай, ә юғары температурала «янып», юҡҡа сыға. Шулай уҡ дымлылыҡты күҙәтеп торорға һәм даими рәүештә йомортҡаларҙы әйләндереп торорға кәрәк.
Уҙған миҙгелдә улар 73 ҡаҙ үҫтергән, шуларҙың яртыһы - үҙҙәренең инкубаторында сыҡҡан. Ауылдаштары ла уларға йыш ҡына бәпкә сығарып биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Баш тартмайҙар, ярҙам итәләр.
Ҡаҙҙар ашатыуға талымһыҙ, тип иҫәпләй Дәүләтбирҙиндар.
- Тәүҙә махсус ҡатнаш аҙыҡ ҡына бирәбеҙ, һуңынан һоло бирә башлайбыҙ. Улар өсөн иң яҡшыһы - иркен ялан, һыу буйы, әлбиттә, әммә беҙгә ундай урындар алыҫ. Ҡаҙҙар йорт алдында, айырым кәртәләнгән урында йөрөй.
- Ҡаҙҙар хужаһын тауышы буйынса таный тиҙәр. Ысынмы был?
- Башҡаларҙа нисектер, әммә минекеләр кейемем буйынса таный. Икенсе әйбер кейеп сығыуым була, шунда уҡ ҡаңҡылдай башлайҙар.
Ҡаҙҙарҙан тыш хәстәрлекле хужабикә өйрәк тә аҫрай (ҡырҡ баш өйрәк йорт алдында рәхәтләнеп йөрөй), ҙур булмаған емеш баҡсаһы - уларҙың яратҡан урыны.
Дәүләтбирҙиндар үҙҙәренең көсөнә ышанып йәшәй. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, намыҫлы хеҙмәт менән көн күрәләр, балаларына ярҙамлашалар, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барғанда эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ өлгөһө күрһәтәләр. Был хөрмәткә лайыҡ.
Фаягөл ЙОСОПОВА.
Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.