Бөтә культураларҙы йыйыу тамамланғас, уның 4 миллион тоннанан ашыуыраҡ булыуы ихтимал. Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә майҙандарҙың 80% йыйып алыныуы хаҡында һөйләне. Был – 1 миллион 415 мең гектар. Уңыш йыйыу темпы Рәсәйҙекенә тап килә. Әйтәйек, 34,6 миллион гектар майҙандан илдә иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғып бөтөрөлгән, йәки сәсеү майҙанына 72,2%, 105,6 миллион тонна ашлыҡ һуғылған.
Республиканың ун районы 100 мең тоннанан ашыу яңы уңыш йыйған. Мәҫәлән, Илеш районында игендең тулайым йыйымы 167 мең тоннанан, Саҡмағошта — 159 мең тоннанан, Стәрлетамаҡ районында 155 мең тоннанан күберәк. Саҡмағош, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Бүздәк, Дәүләкән, Дүртөйлө райондары, ғәҙәттәгесә, иген культуралары уңышы буйынса алдынғылыҡты бирмәй.