- Бөтәһе был процеста дүрт комбайн һәм ете автомашина, коллективта намыҫлы һәм тырыш хеҙмәтсәндәр эшләй. Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, иң яҡшыһы бер тапҡыр күрергә кәрәк, тиҙәр. Уңыш өсөн көрәште үҙегеҙгә күрергә кәрәктер, тип уйлайым.
Юл буйында туҡ башаҡтарҙың әкрен генә елгә тирбәлеп ултырыуын күрәбеҙ. Алыҫ түгел ураҡ эштәре тамамланған баҫыуҙар күренә. Беҙҙең ҡаршыға иген тейәгән тулы автомашиналар килә.
Игенселәр янына килеп еттек. Комбайнсылар араһында тәжрибәле механизаторҙар ҙа, йәштәр ҙә бар, улар иһә бында штурвалсы сифатында эшләй.
- Өйрәтергә кәрәкмәй, бөтәһен дә үҙе белә, - ярҙамсыһы Инйәр Ғәлиевты остазы Айнур Йосопов тик яҡшы яҡтан ғына баһалай. Йәш егет туғыҙынсы класты тамамлаған, каникулда бер аҙ аҡса эшләргә ниәтләгән. Икенсе билдәле комбайнсы Йәдкәр Чербаевтан тағы бер йәш егет Айнур Баймөхәмәтов тәжрибә туплай. Хужалыҡта йәштәргә шундай мөмкинлек биргәндәре, ә иң мөһиме, икмәк ниндәй көс менән табылыуын аңларға ярҙам иткәндәре бик һөйөндөрә.
Йәдкәр Чербаев ашлыҡ һуғыу буйынса иң алдынғыһы, 24 авгусҡа ул 12653 центнер ашлыҡ һуҡҡан, икенсе урын Айнур Йосоповта - 12409 центнер. Рәфис Йәминов үҙенең комбайны бункерынан 10661, Рауил Булатов - 5190 центнер иген бушатҡан.
Уңышы йыйып алынған баҫыуҙарҙа һалам преслайҙар, улар оҙаҡламай предприятиела эшләгән хеҙмәтсәндәрҙең урамдарына һәм һарайҙарына инеп ятасаҡ, ә бер өлөшөн малсылыҡ фермаһы территорияһына ташыясаҡтар. Ағымдағы йылда һатып алынған ике пресс- йыйғысты мал аҙығы әҙерләү ваҡытында эшләткәндәр, хәҙер улар һалам преслай. Механизаторҙар Ғәзинур Дәүләтшин, Ринат Камалов, Илдар Бөхәрмәтов, Илдус Яхиндар ярҙамында баҫыуҙарҙа көн һайын рулондар һаны арта, тимәк, малдар туҡ һәм уңайлы шарттарҙа ҡышлаясаҡ. Быға шулай уҡ Ришат Йәминов, Сабит Булатов, Радик Йәминов, Фәдис Усманов, Тимербай Йәминов, Рәүеф Байморатов, Рәфис Йәғәфәровтарҙан (тығыҙлағыста) торған сенаж әҙерләү бригадаһы ла күп көс һалған. Барлығы хужалыҡта дүрт мең тоннанан ашыу йәшел масса һалынған. Сенаж һалыу дауам итә.
Билдәле булыуынса, август - киләһе йылға уңыш һалыу осоро. Был яуаплы эшкә хужалыҡтың иң алдынғы механизаторҙарының береһе Сәмерхан Иҫәнбәтов ҡушылған. Ул яңғыҙы ғына эшләмәй, ярҙамсы итеп уға Эдуард Синәғоловты (быйыл төҙөлөш колледжы студенты булған) биргәндәр. Ул уҙған йылда мал аҙығы әҙерләү бригадаһында эшләгән. Егет тәжрибә туплай һәм был, һис шикһеҙ, уға файҙаға ғына буласаҡ. Көнөнә улар 50-60-шар гектар сәсә. Һәм был Иҫәнбәтов дүртенсе йыл эшләгән сәсеү комплексының бөтә мөмкинлеге түгел әле.
Дөйөм алғанда, Юрис Синәғолов етәкләгән был хужалыҡта ябай эшсенән алып баш белгескә тиклем барыһы ла намыҫлы эшләй. Ошонан юғары һөҙөмтәләр ҙә. Мәҡәлдә әйтелгәнсә: ни сәсһәң, шуны урырһың. Бының менән килешмәү мөмкин түгел.