Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Август 2020, 17:35

Көндәр насар торһа ла...

Көндәрҙең ямғырлы тороуына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уңыш йыйыу кампанияһы юғары темптар менән бара. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.

7 авгусҡа ҡарата ауыл хужалығы эшсәндәре ужым культураларының 69 процентын һәм яҙ сәселгән уңыштың 7 процентын йыйған, 670 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Был былтырғы күрһәткестәрҙән күберәк. Башҡортостан буйынса уртаса уңыш гектарынан 7 центнерға артҡан. Был минераль ашламаларҙы күпләп файҙаланыу һәм элиталы орлоҡтар сәсеүгә бәйле, тип аңлата белгестәр.
Ашлыҡ йыйыу буйынса Бүздәк, Илеш, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары алдынғылар рәтендә бара. Ҡайһы бер райондарҙа 2021 йыл өсөн ужым культуралары сәсеү башланған.
– Ауыл эшсәндәренә ҙур рәхмәт. Әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һауа шарттары ауыр тора. Тик ваҡыт етерлек, матур көндәр буласаҡ. Быйыл беҙҙе ҡыуандырырһығыҙ, тип ышанабыҙ. Ә беҙ үҙебеҙҙең яҡтан һеҙгә ярҙам итеү юлдарын ҡарарбыҙ. Мин техника, минераль ашлама, элиталы орлоҡтар алыу тураһында әйтәм, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/K-nd-r-nasar-tor-a-la-403578/
Читайте нас: