Был юлы семинар эшендә 16 район вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, бөтә республиканан ауыл хужалығы комплексы лидерҙары йыйылғайны. Йәш фермерҙарҙы тәжрибә уртаҡлашырға, ғалимдар һәм республикала эшләгән төрлө ауыл хужалығы предприятиеларының яңылыҡтары менән яҡындан таныштырҙылар.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тәбрикләне. Ауыл хужалығы эшсәндәренә яңы технологияларҙы өйрәнеү, яңы сорттар, гибридтар менән танышыу мөмкинлеге биргән “Баҫыу көнө” семинарҙары быйылғы ураҡ ваҡытында үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә тигән ныҡлы фекерҙә Илшат Илдус улы.
- Быйылғы ураҡ эштәре барышына күҙ һалғанда, ауыл хужалығы предприятиеларының яңы сорттар менән эш итеүен, орлоҡтарҙы ентекле һайлауын, уларҙы эшкәртеү һәм уңышты һаҡлап ҡалыу өсөн башҡарылған сараларҙың һөҙөмтәле булыуын күрһәтә. Бөгөнгө ауыр осорҙа ауыл хужалығы тауарҙарына ни тиклем һорау булғаны күренә. Пандемия арҡаһында Рәсәй баҙарына инә алмаған сит ил предприятиеларының урынын беҙ тиҙ арала яулап алырға тейешбеҙ. Бының өсөн беҙҙә бөтөн шарттар ҙа бар, - тине Илшат Илдус улы.
“Баҫыу көнө” семинарының тағы бер матур йолаһы бар. Һуңғы семинар барышында киләһе йыл эстафета алған район билдәләнә. “Баҫыу көнө - 2021” Әлшәй районында үтәсәк.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре республика буйынса үткән һәр семинарҙа хеҙмәткәрҙәренә яңы кеҫә телефондары тапшыра ине. Улар республикала яңы программа буйынса эш башлай. “Агросем эксперт” программаһы агрономдың баҫыуҙа телефон ярҙамында эшләүен күҙаллай. Агроном баҫыуҙың майҙанын, нимә сәселгәнен махсус программаға индерә ла, һуңынан тикшереүҙәргә килгәндә үҫентеләрҙең ауырыуҙары, ниндәй препараттар менән эшкәртелеүе һәм башҡа мәғлүмәтте индерә. Был мәғлүмәт һуңынан баҫыу хужаһына ла, барлыҡ ауыл хужалығы өлкәһендә эшләгән ведомстволарға ла билдәле була. Бөтөн Рәсәй буйынса ғәмәлгә индерелгән был программа ауыл хужалығы предприятиеларына элиталы орлоҡтар һатып алыу, орлоҡ тураһында бөтөн мәғлүмәтте еңел генә тикшереп ҡарау мөмкинлеге бирә.
Фото рәсми сығанаҡтарҙан.