Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Декабрь 2019, 14:25

Йәрминкә ойошторола

Бөгөн Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында (Пушкин урамы, 106) фермер йәрминкәһе ойошторола.

Унда ҡош итенән деликатестар, колбасалар, ярымфабрикаттар, сырҙар, тауыҡ һәм бүҙәнә йомортҡалары, бал, кондитер изделиелары, сәйҙәр тәҡдим ителә. Шулай уҡ арзан хаҡҡа яңы һуйылған һәм һыуытылған мал ите, ыҫланған балыҡ һәм башҡа тәбиғи аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин, тип белдерҙеләр аграр ведомствола.
Йәрминкәлә 11 райондан, шул иҫәптән Өфөнән, Шишмәнән, Туймазынан, Дәүләкәндән, Благоварҙан ауыл хужалығы кооперативтары, шәхси һәм фермер хужалыҡтары ҡатнаша.
Сауҙа ашхана янындағы бинала көндөҙгө сәғәт 12-нән 3-кә тиклем дауам итә.
"Башинформ".
Читайте нас: