Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Декабрь 2019, 11:15

"Беҙгә үҙенсәлекле ҡарашлы йәштәр кәрәк"

Республикала "АПК лидерҙары" тигән кадрҙар проекты эш башланы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, бөгөн тармаҡтағы күпселек етәкселәрҙең йәше 50-нән уҙған.

- Беҙ алмаш юҡ тип әйтмәйбеҙ, – тине Илшат Илдус улы. – Улар бар, шулай ҙа йәш идарасылар эше көйләнмәгән. Шуға ла беҙ дәртле, үҙенсәлекле ҡарашлы йәштәрҙе йыябыҙ. Тәүге этапта етди талаптар юҡ. Теләгән һәр кеше ҡатнаша ала, аҙаҡтан проектты тормошҡа ашырғанда, ул бер йыл тирәһе дауам итә, иң көслө лидер асыҡланасаҡ.
Әйткәндәй, проектта ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленә, улар менән республикала эшләгән билдәле, тәжрибәле идарасылар шөғөлләнәсәк. Һәр төркөм үҙенең шәхси бизнес проектын булдырырға һәм уны яҡларға тейеш.
Проектта ҡатнашыусылар тәүҙә тест ярҙамында конкурс һайлап алыуы үтә. Улар - агросәнғәт өлкәһендәге 40 йәшкә тиклемге йәш етәкселәр, шул иҫәптән үҙҙәренең инициативаларын тормошҡа ашырған белгестәр. Уҡыу февралдән декабргә тиклем дауам итер тип көтөлә.
"АПК лидерҙары" проекты финалында шәхси бизнес проекттарын яҡлаясаҡтар. Барлыҡ тест һынауҙарын һәм проекттарын уңышлы яҡлаған 50 кеше 2020 йылда асыҡланасаҡ.https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/Be-g--ens-lekle-arashli-y-sht-r-k-r-k-35870/
Читайте нас: