«Терра Гуссия» байрамын матур музыкаль-композиция менән башлап, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршыланылар. Артабан ошо районда йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең милли кейемдәрендә халыҡ йолаларын күрһәтте. Йәш ҡыҙҙар көйәнтәләр элеп, "Ҡаҙ өмәһе"нә йыйылып, ҡаҙ түшкәләрен һыуҙа сайҡаны. Шул арала сәхнәлә үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны.
Тамашасылар өшөп тормаһын өсөн, уларҙы күмәк бейеүгә саҡырҙылар. Һәр кем күңел асты. Майҙанда төрлө уйындар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, кемдер былау тәмләне. Ҡаҙ байрамына «Серафимовская пушинка» компанияһы үҙ тауарҙарын пуховиктар, курткалар килтергәйне.
Ҡаҙ йәрминкәһе барыһына ла оҡшаны.