Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ноябрь 2019, 11:45

Комбайнсы - баҫыуҙа төп хеҙмәтсән

Һолоноң уртаса уңышы гектарынан 42 центнер тәшкил иткән миҙгел уның хәтерендә айырыуса уйылып ҡалған. Ул ваҡытта рекорд ҡуйырлыҡ ашлыҡ йыйып алына, күңел шатлана. Әммә комбайн бункерын тултыра алмаған - ашлыҡ үҫмәгән, уңышһыҙ йылдар ҙа була. Уңыш ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, уны йыйып алырға һәм келәттәргә һалырға кәрәк, юғиһә, тиҫтәләрсә кешенең хеҙмәте юҡҡа сыға.

Практика күрһәтеүенсә, бер ураҡ миҙгеле икенсеһенә оҡшамай. Әйтергә кәрәк, уның һөҙөмтәләренә һауа шарттары, техник яҡтан йыһазландырылыу ғына түгел, игенсенең, атап әйткәндә, баҫыуҙа төп кеше - комбайнсының да хеҙмәте йоғонто яһай.
Быйыл йәй «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре тырышып эшләне. Уҙған йылдарҙа ла улар ышанысты аҡланы. Марс Ибраһимов (һүрәттә) бында алдынғы комбайнсыларҙың береһе.
Механизатор эше серҙәренә ул мәктәптә уҡығанда уҡ өйрәнә, ә таныҡлыҡты армия хеҙмәтенән һуң ала. Был ваҡытта уның автомәктәпте тамамлағандан һуң алған водитель таныҡлығы була. Шунда уҡ комбайнсы булып китмәй. Бер йыл яғыулыҡ-майлау материалдары ташыусы машинала эшләй, артабан хужалыҡ рәйесен йөрөтә. 1994 йылда Марс Ғәли улына СК-5 ашлыҡ йыйыу комбайны штурвалы артына ултырырға тәҡдим итәләр. Баш тартмай. Ҙур булмаһа ла тәжрибәһе була: мәктәптә уҡығанда өс миҙгел билдәле комбайнсы Ғабдулла Хөббөтдиновта штурвалсы булып эшләй. Һуңынан, Марс Ибраһимов үҙе йәш хеҙмәттәштәре менән оҫталығы, белеме һәм тәжрибәһе менән уртаҡлашҡанда, йыш ҡына остазының кәңәштәрен хәтеренә төшөрә, әйткәндәй, уның менән әле лә бер командала эшләй. Ә команда ҙур - ун комбайнсы, уларҙың һәр ҡайһыһы маҡтауға лайыҡ. Айнур Ғабдуллин, Илдар Хөббөтдинов, Инсаф Мөхәмәтйәнов, Тимур Синәғолов, Рәшит Бәхтейәров, Флорит Ғәбитов, Юрис Минебаев, Ғабдулла Хөббөтдинов, Илгиз Минебаевтар шәхси ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, иртәнән ҡараңғы төшкәнсе эшләй. Күптән түгел улар көнбағыш йыйыуҙы тамамлап, ағымдағы йыл миҙгелен япҡандар.
Марс Ибраһимов күптән инде иҫке комбайндан яңыһына, сит илдә етештерелгәненә ултырған. «Эш аҙайманы, әлбиттә, был комбайнда уңайлы һәм туҙан аҙыраҡ», - ти ул баҫыу машинаһы тураһында.
Һәм тағы ла, бынан ярты йыл элек, Марс Ғәли улы олатай булған, өлкән ҡыҙҙары ейән һәм ейәнсәр бүләк иткән. Йәмәғәте Гөлниса Кинйәғәли ҡыҙы ла бик һөйөнә - ейәндәренең ҡунаҡҡа ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ул балалар баҡсаһында эшләй, шуға күрә тәрбиә эшен яҡшы белә. Ә олатайҙың был йәһәттән үҙ пландары бар:
- Ейәндәрем үҫеп еткәс, ер һөрөү, ашлыҡ йыйыу, икмәктең ниндәй ауырылыҡ менән табылыуын мотлаҡ күрһәтәсәкмен, ти ул. - Игенсе хеҙмәте - ерҙә иң изге хеҙмәттәрҙең береһе булыуын улар белергә тейеш.
Читайте нас: