Илшат «Күндерәк» колхозында механизатор була. Эльвира ошонда уҡ яҙғы-йәйге миҙгелгә ашнаҡсы булып урынлаша.
- Фермала лаборантка кәрәк, - ти бер ваҡыт егерме йыл һауынсы булып эшләгән әсәһе Хәлиҙә Ғәфи ҡыҙы. - Бәлки, барырһың?
Эльвира ризалаша. Бер ваҡыт бер төркөм һәүкәштәр айҙан артыҡ һауынсыһыҙ ҡала. Уларҙы бер ир кешегә һауырға ҡушалар, әммә файҙаһыҙ.
- Был эшкә тотонмаҫһыңмы икән, - тип мөрәжәғәт итә мөдир Эльвираға.
- Ярай, һауып ҡарармын, - ти ул бер аҙ уйлағандан һуң тыныс ҡына.
- Һин ысынлап әйтәһеңме, - ти һауынсы эҙләп йонсоған мөдир, шатланып.
- Ысынлап, - тип йылмая Эльвира.
Һәм шул мәлдән һуң 27 йыл үтеп киткән. Төрлө саҡтар була, әммә Хәйбуллина бер ваҡытта ла артта ҡалыусылар иҫәбендә булмай. Уға төркөмдө яңыртырға кәрәклеген хәтеренә төшөрөргә кәрәкмәй. Үҙе инициатива күрһәтеп, иң яҡшы таналар бәйләп ала.
Ә өс йыл элек фермала ҡырҡа үҙгәрештәр була. Хужалыҡ етәксеһе Дато Кардава иң ҡыйыу пландарын бойомға ашыра. Яңы һыйыр аҙбары төҙөйҙәр, иҫкеһен реконструкциялайҙар. Икеһендә лә һөт үткәргес урынлаштыралар. Аҙыҡ таратыуҙы механикалаштыралар. Шулай уҡ ҡатнаш мал аҙығы (уның составында ваҡланған бесән, сенаж, силос, шулай уҡ ашлыҡ фуражы һәм башҡа компоненттар) әҙерләү буйынса агрегаттар урынлаштыралар. Һауын көтөүе (ә был 400 баштан ашыу) тулыһынса юғары продуктлылы ҡара-сыбар тоҡомло малдан тора. Уларҙы тәрбиәләп ҡарайҙар.
Бында һигеҙ һауынсы эшләй. Алда барыусы Эльвира Хәйбуллина (һүрәттә) ун айҙа һәр һыйырҙан уртаса 6077 кг һөт һауып алған. Был һан үҙенән-үҙе һөйләйҙер, тип уйлайым. Шулай уҡ Альбина Бүләкова, Ирина Алтынбаева, Рәсимә Дәүләтбаева һәм башҡаларҙың да күрһәткестәре юғары. Эш шарттарынан улар ҡәнәғәт. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт. Иртән һәм кисен эшкә машинала йөрөтәләр.
Ферма мөдире Рәшит Илкин үҙ эшен дәртләнеп башҡара.
Эльвираның ғаилә тормошо ла һәүетемсә дауам итә. Биш йыл элек яңы өй һалып сығалар. Тормош иптәше Илшат - изге күңелле, уңған хужа. Хужалыҡтарында - бер-нисә баш мал, йәйен - ҡаҙ, өйрәк аҫрайҙар, умарта ла тоталар. Мәшәҡәттәр етерлек. Балаларынан да ҡәнәғәт. Улар өсәү. Улдары Рәзифтең үҙ ғаиләһе. Тыуған ауылында, үҙ йортонда йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Гөлүзә - Стәрлетамаҡта. Ә кескәйҙәре Илнар әлегә ата-әсәһе менән. Эшһеҙ ултырмай - өлкән ағаһы кеүек вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.
Һәм бына ошо ысын бәхеттер ул, моғайын.