Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ноябрь 2019, 11:45

Игенсе намыҫы баҫыуҙа һынала

Матросов исемендәге хужалыҡ механизаторы Ришат Сәйфетдинов (һүрәттә), иптәштәре кеүек, көнбағыш тейәлгән һуңғы автомашина баҫыуҙан ҡуҙғалып киткәс ҡыуанысын йәшермәне. Дөйөм алғанда, көнбағыш уңышы гектарынан 20 центнерҙан да кәм булмаҫ, тип уйлап ҡуйҙы ул. Бер һүҙ менән әйткәндә, юғары һөҙөмтә. Шулай итеп, хужалыҡта ураҡ эштәрен бик яҡшы тамамланылар. Эштәр ырамлы барғас, кәйеф тә күтәренке, әлбиттә.

Ришат 1979 йылда, өс йыл уҡығандан һуң, Стәрлебаш һөнәрселек-техник училищеһын тамамлай. Йәғни, ошо уҡыу йортоноң тәүге сығарылыш уҡыусылары иҫәбендә була. Армияла хеҙмәт итә. Артабан тыуған Матросов исемендәге колхозында механизатор булып эш башлай. Трактор йөрөтә: ер һөрә, тырмата, сәсә, мал аҙығы әҙерләй.
Ун йыл элек хужалыҡ инженеры уға:
- Ҡустың Флоритҡа яңы комбайн бирәбеҙ, ә һин уның иҫкеһен ал. Булдырырһың. Һин бит тәжрибәле хеҙмәтсән, - ти.
Ришат шулай эшләй ҙә. Ысынлап та, ашлыҡ һуғыуҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешә башлай.
Әммә трактор эшен дә ташламай. Ағымдағы йылда хатта сылбырлы һәм тәгәрмәсле тракторҙар йөрөтә. Ужым культураларына минераль ашлама индерә. Сәсеү эштәрендә ҡатнаша. Артабан - бесән әҙерләү. Уларҙы тиҙ киптереү өсөн күп йыллыҡ үләндәрҙе әйләндереү менән шөғөлләнә.
Хәҙер ул - бында йәше һәм стажы буйынса иң өлкән механизатор.
Ураҡ өҫтө. Хужалыҡ инженеры Илдус Кинйәбулатов бер ваҡыт Сәйфетдинов менән әңгәмә ҡора.
- Һиңә «Акрос» комбайнын бирергә уйлайбыҙ. Был агрегаттың, үҙең беләһең, етештереүсәнлеге ҙур. Нимә тиерһең?
- Һәйбәт идея, - тип шатлана Ришат.
Хужалыҡта ураҡ эштәре тәүге баҫыуҙан уҡ яҡшы башлана. Артабан да шулай дауам итә. Ашлыҡ баҫыуының күп өлөшөн туранан-тураға һуғалар.
Әңгәмәләшкәндә комбайнсылар күпте һөйләп тә еткермәйҙер, моғайын. Әммә ураҡтың нимә аңлатыуын, эштең ни тиклем ауыр булыуын аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Бына, әйтәйек, ошо көндө иң ауыр баҫыуҙы алып бөтөргә кәрәк тип иҫәп тотаһың. Һәм шул уҡ ваҡытта ниндәйҙер өмөт менән икенсе баҫыуға ҡарайһың, әйтерһең, унда һине эш түгел, ә байрам көтә. Был, әлбиттә, улай түгел. Ураҡ - ғәйәт ҙур түҙемлелек, сабырлыҡ талап итеүсе ауыр хеҙмәт. Түҙергә лә түҙергә кәрәк. Төнгө бергә тиклем эшләйҙәр. Ришатҡа, эштәр бер ысыҡтан икенсе ысыҡҡа тиклем дауам иткән көндәрҙә, уңыш йылмая. Байтаҡ иген һуҡтыра. Иптәштәренең дә һөҙөмтәһе яҡшы була.
Һәм бына һуңғы участка. Ҡаршыла, алтын кеүек, бойҙай баҫыуы йәйрәп ята. Офоҡтан күтәрелеп килгән ҡояш яҫмаларҙағы дымды киптергәнсе, йыйылыусылар ашыҡмай ғына әңгәмәләшеп ала. Ураҡ эштәре артта ҡалды, тиһәң дә була. Һәм комбайнсылар Ришат Сәйфетдинов, Радмир Баһауетдинов, Айнур Хәлиуллин, Линар Шәмсетдинов (барыһының да - «Акрос» комбайндары), Флорит Сәйфетдинов («Нива»), автомашина водителдәре Айрат Сәйфетдинов, Илгиз Хәлитов бында хеҙмәт парадына барған кеүек киләләр. Дөйөм алғанда, уларҙың һәр ҡайһыһы һөҙөмтәләрҙән ҡәнәғәт.
Ришат Миневара улының ҡыҙы һәм улы Себерҙә йәшәй. Сентябрҙә әсәйҙәренә шылтыратып, аталарының ураҡта нисек эшләүе менән ҡыҙыҡһыналар.
- Һәйбәт, - тип һөйөндөрә уларҙы әсәләре, ә бәләкәй улдары атаһының нисек эшләгәнен шәхсән күрә. Ул ата-әсәһе менән бергә йәшәй, шулай уҡ вахта ысулы менән Себерҙә эшләй.
Ун көн элек Сәйфетдинов бригадир Амур Хәлитовҡа:
- Тракторымды оҫтаханаға ремонтҡа ҡуйырға ваҡыттыр, моғайын, - тип мөрәжәғәт итә.
- Ярай, - тип яуап бирә бригадир. - Был турала үҙебеҙ ҙә уйлағайныҡ. Әйҙә, әҙерлә.
Бына шуның менән шөғөлләнә лә инде Ришат Миневара улы, үҙенең «ҡорос ат»ын алдан уҡ киләһе баҫыу миҙгеленә әҙерләй.
Читайте нас: