Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Ноябрь 2019, 13:10

“Агробизнес мәктәбе” асыла

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында Ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерҙарҙы үҫтереү тармаҡтарында компетенциялар үҙәге “Агробизнес мәктәбе”н аса.

Бында агросәнәғәт комплексы тармағындағы бизнес-проекттарын тормошҡа ашырырға теләгән һәр кем уҡый ала. Күнекмәләр Өфөлә 10 – 13 декабрҙә үтәсәк. Белем алыу – бушлай, курстарҙы тамамлаусыларға сертификат тапшырыласаҡ.
Был проект республикала өсөнсө йыл рәттән тормошҡа ашырыла. Бында бизнес-процестарҙы ойоштороуҙа заман алымдарын өйрәнеү, бизнес-фекерләүҙе һәм үҙ-үҙеңде үҫтереү йәһәтенән тәжрибәле эшҡыуарҙар ҙа, үҙ эшен яңы башлап тороусылар ҙа күп яңылыҡтар ишетә аласаҡ.
— Башҡортостанда кооператив хәрәкәт әүҙем үҫешә. Әлеге ваҡытта төбәктә 323 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, уларҙың ун айҙағы тулайым әйләнеше бер миллиард һумдан артҡан. Кооперативтарҙың һәм фермерҙарҙың эшенең һөҙөмтәлелеге хужалыҡ етәкселәренең белем кимәленән тора. Шуға ла, яңы маҡсаттарҙы һәм кәңәштәрҙе иҫәпкә алып, беҙ быға тиклем бер нисә йыл эшләп килгән “Фермер мәктәбе” проектын бер аҙ үҙәгәртергә ниәтләнек. Хәҙер ул “Агробизнес мәктәбе” тип атала, уның эстәлеге лә икенсе. Программаһы ла ғәмәли йүнәлешле, – тип белдерҙе Ирек Саҡаев, Башҡортостандың ауыл хужалығын консультацияһы үҙәге директоры.
Әйтеүебеҙсә, лекциялар һәм тренингтар баш ҡалала дүрт көн дауамында, иртәнге сәғәт 10-дан 19 сәғәткә тиклем барасаҡ. Лектор сифатында республиканың власть органдары етәкселәре, билдәле бизнес-тренерҙар, консультанттар, шулай уҡ, тәжрибәле агроэшҡыуарҙар сығыш яһаясаҡ.
Ҡатнашыу өсөн 6 декабргә тиклем [email protected] адресына ғариза ебәрергә кәрәк, ул махсус формала тултырылырға тейеш. Белешмәләр өсөн телефон – 8 (347) 291 26 67.
Читайте нас в