Ете бинала быҙау көтөү урындары һәм үҫтереп еткереү цехы урынлашҡан. Унда үгеҙҙәр 40 көнлөк сағынан алып тере ауырлығы 300 килограмға еткәнсе аҫраласаҡ. Артабан 3-4 айлыҡ быҙауҙарҙы фидлоттарға - заманса һимертеү урындарына сығарып, 600 килограмға еткәнсе үҫтерәсәктәр.