Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ноябрь 2019, 12:40

Башҡортостан аграрийҙары мал ҡышлатыуҙы башланы

Хужалыҡтар ваҡытында кәртә-ҡураларҙы әҙерләгән. Хәҙер мал ҡышҡы рацион буйынса ашатыла. Был иһә һөт һауыу күрһәткестәрен дә яҡшыртырға мөмкинлек бирә.

Ноябрь башына бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, республика ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында йыл башынан һәр һыйырҙан һауым 4 мең 722 килограмға еткән. Был күрһәткес уҙған йыл кимәленән юғары. Алдынғылар иҫәбендә Учалы, Мәләүез, Ауырғазы һәм Саҡмағош малсылары. Был хужалыҡтарҙа йыл башынан һәр һыйырҙан 6 мең килограмдан ашыу һөт һауып алғандар.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: