Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлебаш алдынғылары ла бар
Кисә Өфөлә ауыл хужалығы тармағында юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән ер хужаларын бүләкләү тантанаһы булды. Улар араһында Стәрлебаш районы вәкилдәре бар ине
Ленин исемендәге хужалыҡ механизаторы Сәмерхан Иҫәнбәтов Республика башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Маҡтау грамотаһы, "Заря" йәмғиәте механизаторы Фәнзил Ишембәтов "Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн" билдә алды.