Республика ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. 3 миллион тоннанан ашыу иген, ике миллион тоннаға яҡын шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған. “Һеҙ республиканың ғорурлығы, халыҡты туйындырыусы. Алдағы йылдарҙа уңышты тағы ла арттырыуыбыҙға ышанам, тине ауыл уңғандарын тәбрик итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.