Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Октябрь 2019, 11:22

Тоҡомло, тимәк, һөтлө

Ленин исемендәге хужалыҡта малсылыҡ тармағына айырым мөнәсәбәт. Бында һөтсөлөк тармағына ныҡлы баҫым яһайҙар. Һөттән аҡса даими килә, әммә, бының өсөн көс һалырға кәрәк. Һөт етештереү буйынса фермалар рейтингында хужалыҡтың малсылыҡ фермалары һәр ваҡыт алдынғы һыҙыҡта, әммә, ҡуғанаҡбаштар ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмай, улар тоҡомдо яҡшыртыу юлы менән продуктлылыҡты арттырыу өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Мәҫәлән, бер аҙна элек, Йомағужа фермаһына ҡара-сыбар тоҡомло 33 быуаҙ тана алып ҡайтҡандар. Уларҙы Саҡмағош районынан һатып алғандар. Малдарҙы махсус транспортта килтергәндәр. Уларҙың хаҡы тере ауырлыҡта 1 килограмм өсөн 250-270 һум тирәһе, уртаса бер баш өсөн 130-140 мең һум - уйлап ҡараһаң, йөрөлгән бер машина хаҡы инде. Иҫәпләп ҡараһаң, тоҡомло һәүкәш үҙен 1,5-2 йылда аҡлаясаҡ. Өҫтәүенә, сумманың бер өлөшө дәүләт тарафынан дотациялана - был шулай уҡ яҡшы. Быға тиклем хужалыҡ өс үгеҙ һатып алған.

Тоҡомло һәүкәштәрҙе һыйыр аҙбарының береһенә урынлаштырғандар.

- Беҙҙә һәр ваҡыт ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар күберәк ине. Әммә, ваҡыт үтеү менән һыйырҙарҙың продуктлылығы кәмей. Шуға күрә уларҙы бөтөрөп, көтөүлекте таналар менән тулыландырырға тура килә, - ти ферма мөдире Талха Йәминов.

33 һыйырҙың һигеҙе быҙаулаған да инде. Уларҙы быҙау аҙбарына ҡуйғандар. Быҙаулаған һыйырҙарҙы үҙ эшенең оҫтаһы Рәйлә Чербаева һауа. Әйткәндәй, бында эшләгән һәр һауынсы тәжрибәле һәм алдынғы. Алиса Шәкирова, Айгөл Чербаева, Эльмира Кинйәбулатова йылдан-йыл иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Быҙауҙарҙы ла ҡараусы бар. Уларҙы ирле-ҡатынлы Чербаевтар яҡшылап тәрбиәләй. Быҙау аҙбарында әлегә 80 быҙау. Көн һайын уларҙы ашаталар һәм эсерәләр - тәүге 2-2,5 айҙа һөт бирәләр, артабан яйлап ҡына ЗЦМға күсәләр.

Бында шулай уҡ Динар Кинйәбулатовтың (һүрәттә) һәйбәт эшләүен билдәләйҙәр. Хужалыҡта ул күптән, әммә мал ҡараусы сифатында бер йыл ғына эшләй. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Бурыстарына яуаплы ҡарай, намыҫлы башҡара.

Коллективтың кәйефе шәп, сөнки улар яңы алып ҡатйҡан һәүкәштәр юғары һауым менән шатландырыуына ныҡлы ышана. Фаягөл Йосопова.
Читайте нас: