Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Октябрь 2019, 20:00

Мәскәүҙә “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһе дауам итә

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Алтын көҙ" Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе бара. Унда Рәсәй Федерацияһының 50 субьектынан һәм 17 илдән 1500-ҙән ашыу предприятие вәкилдәре ҡатнаша. Быйылғы сараның төп йүнәлеше – ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү.

Күргәҙмәлә Башҡортостан предприятиелары ла йылдағыса әүҙем ҡатнаша. Республиканың юғары технологиялы ауыл хужалығы өлгөләре араһында “Аҡыллы инкубатор” проекты күргәҙмәне ҡараға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “Алтын көҙ” күргәҙмәһе сиктәрендә Республика Хөкүмәте берләштерелгән иген компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Бындай аҙым ашлыҡты импортлаусы партнерҙарҙы арттырыуға йүнәлтелә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация составында беҙҙең район вәкилдәре лә бар.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: