Стэрлебаш шишмэлере
0 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Октябрь 2019, 18:55
Башҡортостанда игендең уңышы 3 миллион тоннанан ашҡан
Башҡортостанда иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу тамамлана. Кампанияның төп өлөшө ямғырлы көндәргә тура килде, был иһә аграрийҙарҙың эшен ҡатмарлаштырҙы. «Баҫыуҙарҙың артыҡ дымлы булыуы сәбәпле әлеге ваҡытта урып-йыйыу темпы түбән», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Шуға ҡарамаҫтан, ураҡ тамамланғанға тиклем үк уңыш 3 миллион тоннанан ашҡан. Әле сәсеү майҙандарының 94% йыйып алынған.
Быйыл игендең уртаса уңышы — гектарынан 19,8 центнер, был уҙған йылға ҡарағанда юғарыраҡ.
Алдағы 10 көндә аграрийҙар иген йыйыуҙы тамамларға ниәтләй. Баҫыу эштәре бының менән генә тамамланмай — көнбағыш һәм башҡа май культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1361051-v-bashkirii-urozhay-zernovykh-prevysil-3-mln-tonn/
Читайте нас в