Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Сентябрь 2019, 13:00

Эш ҡояш нурҙары менән башлана һәм тәүге йондоҙҙарға тиклем дауам итә

Сентябрь айының яртыһы үтеп тә китте. Ағымдағы йылда аграрийҙарға ураҡ эштәрен ҡатмарлы һауа шарттарында алып барырға тура килә. Яуым-төшөмдәр урып-йыйыу эштәрен тотҡарлап ҡына тора. Тотош август айы дауамында тиерлек ямғырҙар яуҙы. Бары тик әбейҙәр сыуағы ғына ялан батырҙарына максималь рәүештә - һары таңдан ҡараңғы төнгәсә эшләргә мөмкинлек бирҙе. Көндәр матур торғанда үҫтергән уңышты йыйып алып өлгөрөргә кәрәк.

Матросов исемендәге хужалыҡ баҫыуҙарында биш комбайн геүләй. Баҫыу таҙа. Сөнки сүп үләндәренә һәм ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеүҙе ваҡытында үткәргәндәр. Һәйбәт тәрбиәләгәндәр, һөҙөмтәһе лә шулай уҡ.

- Шундай таҙа баҫыуҙы иңләү - үҙе бер кинәнес, күңелгә рәхәт, - ти ҡыҙыу ураҡта ҡатнашыусылар үҙҙәре, беҙ уларҙы эш өҫтөндә тап итһәк тә бер аҙ әңгәмәләшә алдыҡ. Игенселәр араһында тәжрибәле лә, һәм йәш, әммә оҫталыҡ туплап өлгөргән механизаторҙар ҙа бар. Ришат Сәйфетдинов менән Флорид Сәйфетдинов Айнур Хәлиуллин, Радмир Баһауетдинов кеүек йәш хеҙмәттәштәренә үрнәк күрһәтеп, тиҫтә йылдар эшләй. Ағымдағы йылда Линар Шәмсетдинов икенсе йыл рәттән ураҡта ҡатнаша. Ул уҙған йыл һәйбәт эшләгән, быйыл да бик уңышлы. Күптән түгел диплом алған. Стәрлетамаҡ технология колледжын тамамлаған. Көҙөн йәш егет армия сафына алынасаҡ. Ә әлегә ул ең һыҙғанып хужалыҡта эшләй, рекорд та ҡуйыр, моғайын!

Урып-йыйыу эштәре барышы тураһында беҙгә хужалыҡ етәксеһе Ильвер Хәлитов мәғлүмәт бирҙе. Ужым бойҙайы уңышы бында гектарынан 20, арыш - 15 центнер тәшкил итә. Күберәк өмөт иткәйнек, әлбиттә, әммә быйыл ужым культуралары бик уңманы. Ә бына яҙғы культуралар һөйөндөрә. Һәр гектарҙан 22шәр центнер уңыш алып, арпа баҫыуында эште тамамланыҡ, бойҙай баҫыуы гектарынан 25 центнер уңыш бирҙе.

- Яуым-төшөмдәр ашлыҡ сифатына бер аҙ йоғонто яһаны - бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар игендең елемсәһен (клейковинаһын) йыуған, ә хаҡ, билдәле булыуынса, сифатҡа бәйле. Кем әйтмешләй, ҡоролоҡ булһа ла бәлә, ямғыр күп яуһа ла ҡыйын, - ти Ильвер Ғәлим улы. - Урып-йыйыу эштәрен тиҙ арала тамамлар өсөн үҙебеҙҙең комбайндарҙан тыш, күрше Мәләүез районынан да техника йәлеп ителде, унан ике «Акрос» комбайны килде, әммә унда беҙҙең комбайнсылар эшләй.

Баҫыуҙан яңы уңыш ырҙын табағына килә. Унда игенде таҙарталар, киптергес аша үткәрәләр, келәттәргә һалалар.

Ураҡ башланыу менән пай ерҙәре өсөн дә иген менән иҫәпләшә башлағандар. Әйткәндәй, пайсылар бойҙай, арпа йәки һоло алырғамы - үҙҙәре һайлай. Әгәр көнбағыш биреүҙәрен һораһалар - бирәләр, әммә һуңғараҡ, уны баҫыуҙан йыйып алғас.

Әгәр яуым-төшөм механизаторҙарға эшләргә ҡамасаулаһа, икенсе яҡтан - ерҙе дымға туйындыра. Ошо көндәрҙә аграрийҙар ужым культураларын сәсеү менән мәшғүл булғанға күрә, яуған ямғырҙар уларға тик файҙаға ғына булған - орлоҡ дымлы тупраҡҡа ятҡан. Был көндө механизаторҙар Наил Шәймәрҙәнов, Йәүҙәт Савин «Баҡый батҡан» тип аталған баҫыуҙа ужым бойҙайын сәсеү менән мәшғүл ине. Элекке урындағы училищеның баҫыуы 18 йыл эшкәртелмәгән һәм уны сүп үләне баҫҡан булған. Ер ныҡлы тығыҙланған. Әммә Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре ҡулында баҫыу йәнә һөрөнтө ергә әүерелгән. Яҙын дискылап, ашлама индергәндәр, артабан тәрән итеп һөргәндәр. Хужалыҡта иген культураларын сәскәндән һуң баҫыуҙы тырматалар, ул тупраҡҡа кислород инергә мөмкинлек бирә тиҙәр, ә был шытымдарға һәм үҫентеләрҙең үҫешенә һәйбәт йоғонто яһай. Ә теүәл бер йылдан бында комбайнсыларҙың еңел ҡулы менән сираттағы ҡыҙыу осор - Ураҡ-2020 башланасаҡ. Ул ниндәй, мул йәки аҙ булырын бер кем дә әйтә алмай, шуныһы билдәле - уңыш өсөн «көрәш» бер ҡасан да еңел бирелмәй. Һәм был күп тапҡыр дәлилләнгән.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: