Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Сентябрь 2019, 17:28

Республикала 2 миллион тоннанан ашыу яңы уңыш йыйып алынған

Ял көндәрендә республика игенселәре ашлыҡты тулайым йыйыу буйынса ике миллионлыҡ сикте үткән.

Башҡортостанда 9 сентябргә барлыҡ иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары майҙандарының 64% йыйып алынған, 2,1 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Төбәктә бер гектарҙан уртаса уңыш 19,8 центнер тәшкил итә, тип хәбәр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.
Иң юғары уңыш — көньяҡ урман-дала зонаһының 11 районында. Бер гектарҙан — 26 центнер самаһы. Иң түбәне Урал аръяғында билдәләнгән. Йәйҙең ҡоро булыуы сәбәпле бында баҫыу уңышы гектарынан 9 центнерҙан кәмерәк тәшкил итә.

Читайте нас: