Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Август 2019, 13:15

Республика хужалыҡтары ужым культураларын сәсеүгә тотондо

Әлеге ваҡытта улар 150 гектарҙа сәселгән. Ыңғай һауа шарттарын файҙаланып, аграрийҙар ужым арышын 10-сы, ә ужым бойҙайын 25 сентябргә тамамларға тейеш.

Төбәктә ужым культуралары дөйөм майҙандың дүрттән бер өлөшөндә сәселгән. Ужым арышы ғына 100 мең гектарҙа сәселәсәк. 48 районда киәләһе йыл уңышына нигеҙ бөгөндән һалына.
Читайте нас: