«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың береһе, умартасы Марат Зайруллин хәбәр итеүенсә, байрамда бал йәрминкәһе эшләй, балды тәмләп ҡарау ойошторола. Рәсәйҙең танылған умартасыларының ҡатнашыуы күҙаллана, уларҙан бал ҡорто тотоу буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.
«Быйыл Бәләбәй районы умартасыларының балы аҙ. Һауа торошо ҡамасауланы. Йүкә сәскә атманы: ҡоротҡос бөжәктәр бөтә сәскәләрен ашап бөттө. Ләкин беҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ», — тине Марат Зайруллин.