Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Август 2019, 15:25

Ҡайһы район игенселәре иң алда?

Республика хужалыҡтары ужым культураларын сәсә башланы.

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 37 районда арыш һәм бойҙай сәсеүгә төшкәндәр. Бөтәһе 32,5 мең гектар майҙанда ҡышҡы культуралар бураҙнаға һалынған да инде. Был планда ҡаралғандың һигеҙ процентын тәшкил итә.


Бигерәк тә Дәүләкән эшсәндәре уңғанлыҡ күрһәтә. Көйөргәҙе, Күгәрсен игенселәре лә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырыша."Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: