Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Август 2019, 23:25

"Көтөргә ярамай!"

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов урып-йыйыу эштәре буйынса республика штабы ултырышын үткәрҙе.

Сара видеоконференция режимында барҙы, унда, штабтың даими ағзаларынан тыш, район хакимиәттәренең ауыл хужалығы идаралығы етәкселәре лә ҡатнашты.


Илшат Илдус улы тотороҡһоҙ һауа торошоноң баҫыуҙа тулы көскә эшләргә форсат бирмәүе хаҡында белдерҙе. Һуңғы арала ҡайһы бер хужалыҡтар ямғырҙың аҙ булыуын файҙаланып ҡалырға тырышһа ла, аяҙ көндәрҙең ҡәҙерен аңлап бөтмәгәндәр ҙә бар.


– Был аҡланыу өсөн сәбәп булырға тейеш түгел. Көтөргә ярамай, яҡын көндәрҙә һауа торошо тағы ла боҙола, – тип иҫкәртте Илшат Фәзрахманов.


Әлегә төбәктә 392 мең гектарҙа ужым һәм яҙғы культуралар йыйылған, йәғни планда ҡаралғандың сирек өлөшө. 677 мең тонна иген һуғып алынған, уңыш – гектарынан 20,2 центнер. Былтыр был осорҙа барлыҡ майҙандарҙың 33 проценты йыйылған булған, ә тулайым һуғып алыу 1046 мең тонна тәшкил иткән.
Читайте нас: