«ТОЛПАР» йәмғиәтенең ашлыҡ урып-йыйыу комбайндары эшкә әҙер. Ағымдағы ураҡ осоронда өс комбайн, бер үҙйөрөшлө сапҡыс эшләйәсәк. Барлығы 2000 гектар майҙанда ашлыҡ урып-йыйырға тура киләсәк. Яғыулыҡ, техникала эшләү өсөн механизаторҙар етә. Икеһе ситтән йәлеп ителгән, уларға торлаҡ бирелгән. Көндәр рәткә һалыныу менән улар эшкә тотонасаҡ. Ә әлегә был хужалыҡта мал аҙығы әҙерләү дауам итә.
- 1000 рулон әҙерләнде, запаста тағы ла уҙған йыл әҙерләгән 800 рулон бесән бар. Хеҙмәт хаҡы иҫәбенә бесәнде хужалыҡ хеҙмәтсәндәре лә алды. Күпме һоранылар, шул тиклем бирҙек. Уларҙың барыһы ла шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында мал-тыуар аҫрай, билдәле булыуынса, мал аҙығы ни тиклем күберәк, ҡышты сығыу шул тиклем тынысыраҡ, - ти «ТОЛПАР» йәмғиәте ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Зәбир Ғүмәр улы. Ҡышҡа әҙерлек төрлө яҡлап алып барыла:
- Мал аҙығы - был бер, малсылыҡ биналарын да тейешенсә әҙерләргә кәрәк. Был мәсьәләне беҙ шулай уҡ хәл иттек тиергә була. Быйыл йәйен ферма территорияһында ремонт эштәре әүҙем алып барылды. Рәшит Минебаев, Ислам Назыров, Винер Әхмәтйәнов,Илдус Ғарифуллиндарҙан торған бригада тарафынан бик күп эштәр башҡарылды: биналарҙың береһендә иҙәндәр, һыйыр аҙбары ҡыйығында яҡтылыҡ атламалары алмаштырылды, ситлектәр ремонтланды, - тип башҡарылған эш менән таныштырыуын дауам итте Зәбир Ғүмәр улы.
Беҙ килгән көндө, көндөң болотло һәм ваҡыты-ваҡыты менән һибәләп алған ямғырға ҡарамаҫтан, мал аҙығы әҙерләүселәр тулы көскә эшләй ине.
- Бөгөн-иртәгә сенаж соҡорон ябабыҙ. Әҙерләнгән ашлыҡ сенажы күләме (һоло менән көнбағыш) етерлек. Ҡышын һәүкәштәр өсөн яҡшы аҙыҡ буласаҡ, сифаты һәйбәт, - тип ышандырҙы беҙҙе ауыл хужалығында 49 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Рафаэль Хәбибрахманов. Ул үҙенең тракторында (ул хатта хаҡлы ялда булһа ла уның менән айырылмай) сенаж массаһы тығыҙлау менән мәшғүл ине.
Сенаж массаһын бынан 5-6 километр алыҫлыҡтағы баҫыуҙан килтерәләр. Көнөнә 20гә яҡын рейс яһайҙар. Команда эшкә һәләтле: мал аҙығы йыйыу комбайнына Илшат Сәмиғуллин идара итә, Йәүҙәр Хәбибуллин, Азат Заһиҙуллин, Радик Жакенов, Хәлил Ғәлиевтар йәшел массаны ташый, улар намыҫлы һәм тәжрибәле механизаторҙар. Һауа торошо һәм техниканың көйһөҙләнеүе ихтимал, ә улар - ышаныслы хеҙмәтсәндәр. Малдарҙы ҡышлатыу туҡлыҡлы булһын өсөн улар ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Һүрәттә: Рафаэль Хәбибрахманов.