Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август 2019, 12:46

Эште берҙәм алып баралар,

Һәм хатта ямғыр ҙа уларға ҡамасау түгел Йәйге һауа торошон бөтөнләй алдан белеп булмай. Бер нисә көн элек кенә ҡояш ҡыҙҙырып, эҫенән йонсоһаҡ, ә бөгөн күк йөҙөн болоттар ҡаплап алды, һыуыҡ ел йылыраҡ кейенергә мәжбүр итә. Ошо көндәрҙә яуып үткән ямғырҙар урып-йыйыу эштәрен туҡтатты. Һәм старттан һуң механизаторҙар әлегә мәжбүри тәнәфескә туҡтаны.

Әммә беҙ көндәр боҙолғансы «Заря» йәмғиәтенә барып, хужалыҡ етәксеһе Ғафур Ҡорбанғәлиев һәм баш агроном Линир Хәлитов менән осрашып өлгөрҙөк.

Улар әйтеүенсә, «Заря» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре урып-йыйыу эштәрен 23 июлдә 216 гектар майҙан биләгән борсаҡ баҫыуын сабыуҙан башлаған.

- Быйыл уңыш һәйбәт, - тип шатлана баш агроном. - Әгәр уҙған йылдарҙа был культура тигеҙ өлгөрмәһә, ҡойолһа, быйыл иһә барыһы ла уңышлы булды. Беҙ уны тиҙ өлгөрөүе арҡаһында бөтөнләй юғалтыуһыҙ йыйып алдыҡ. Элек ул яҫмаларҙа аҙналап ята торғайны. Ә был юлы икенсе тәүлеккә үк йыйыу эштәрен башланыҡ. Азат Яҡупов менән Кинйәбулат Насиров өс көндә баҫыуҙы сапты, һуңынан шундай уҡ ваҡытта һуғып алды. Бының өсөн туғыҙ метрлы урғыс һәм яҫмаларҙы күтәреү өсөн ҡуйылған КСУ-1 ҡулландыҡ, был бик уңайлы. Борсаҡ түшәлеп үҫә торған культура, ә бындай махсус ҡоролма уны күтәрә.

Борсаҡ йыйыуҙа өс ACROS-550 комбайнында Айнур Ғабдуллин, Тимур Синәғолов, ағалы-ҡустылы Ғабдулла һәм Илдар Хөббөтдиновтар, Рәшит Бәхтейәров, Флорид Ғәбитов эшләй. Уларҙың командаһында тағы бер универсал - Марс Ибраһимов бар, ул кәрәк булһа комбайнсы ла, водитель дә, һыу ташыусы ла булып эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһының иңдәрендә бер генә урып-йыйыу миҙгеле түгел, шуға күрә барыһын да профессиональ, эштәрен белеп башҡаралар.

Үҙҙәрендә урын аҙыраҡ булғанға күрә, борсаҡ орлоғон Стәрлебаш элеваторына ташырғандар, ә һаламын төрөп, механизаторҙарға премия сифатында бүлеп биргәндәр.

Ошо көндәрҙә «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре ужым бойҙайын да саба башлаған. Ә бына арышты бер аҙ көтөргә ҡарар иткәндәр, сөнки ул өлгөрөп етмәгән. Шулай уҡ 250 гектар һоло сабылған. Был эштә Азат Яҡупов менән Рәүеф Ҡотлошин мәшғүл. Бер үк ваҡытта Фәнзил Ишембәтов менән Әлфир Моратов дискатор һәм культиватор менән пай ерҙәрен эшкәртә. Шаршамбы көндө 143 тонна ужым бойҙайын ырҙын табағына килтерелгән, ике ЗАВта уны таҙартыу алып барыла. Шулай уҡ киләһе йыл уңышына орлоҡ һалына. Күреүебеҙсә, аныҡ ойошторолған эш арҡаһында улар комплекслы алып барыла. Һәм хатта ямғыр һәм көндәрҙең йонсоу тороуы ла уларға ҡамасау түгел.

Урып-йыйыу эштәрендә ҡатнашыусылар намыҫлы һәм дәртләнеп эшләһен өсөн, Ғафур Мөхәмәтғәли улы әйтеүенсә, улар өсөн тейешле шарттар булдырылған. Уларға инструктаж үткәрелгән. Һәм һәр кем хеҙмәт өсөн күпме аласағын яҡшы белә. Ике тапҡыр туҡланыу ҙа ойошторолған - улар өсөн тәмле төшкө һәм киске аштарҙы Разия Сыртланова һәм Рәйлә Хөббөтдинова әҙерләй. Уларҙы механизаторҙарға баҫыуға Илдар Насиров алып бара. Хеҙмәт хаҡы - уҙған йыл кимәлендә, ә был, хужалыҡ етәкселеге әйтеүенсә, районда иң юғарыларҙың береһе. Ҡайһы бер механизаторҙар һигеҙ тоннаға тиклем ашлыҡ ала. Әммә... вайымһыҙ хеҙмәткәрҙәргә штрафтар ҙа ҡаралған. Быйыл уларҙы бер тапҡыр ҙа ҡулланырға тура килмәүе һөйөндөрә. Барыһы ла намыҫлы, тырышып эшләй. Хәҙер иң мөһиме, көндәр аяҙайып, ямғырҙар туҡтаһын.

Рәйсә МУСИНА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: