Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Июнь 2019, 13:22

Барса халыҡ байрам итте - гөрләп үтте Һабантуй!

Быуаттар төпкөлөнән килгән халыҡ байрамы Һабантуй - беҙҙең өсөн һәр саҡ көтөп алынған ваҡиға булды һәм булып ҡаласаҡ. Ул ысын халыҡ байрамы, ниндәй йәштә, ниндәй һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы берләштерә, изгелек, яҡшы кәйеф, дуҫтар, класташтар һәм туғандар менән осрашыуҙар бүләк итә. Ауыл халҡы намыҫлы, тырышып эшләүҙән тыш, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, күңелле ял итә белеүен дә күрһәтә. Бында йыл һайын крәҫтиән эшенә тоғролоҡҡа еңел булмаған имтихан тотҡан иҡтисадтың аграр секторы хеҙмәткәрҙәренең эшенә йомғаҡ яһала, алдынғы хеҙмәтсәндәр бүләкләнә, иң шәп һыбайлылар, көрәшселәр, төрлө спорт төрҙәрендә иң етеҙҙән һәм ҡыйыуҙар билдәләнә. Моңло концерт номерҙары башҡарыла. Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба, күңел аса һәм яҡшы тәьҫораттар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡайта ала.

Быға бер нимә лә ҡамасаулай алмай. Тәү сиратта, һауа торошо. Ул, ауыл халҡын һынағандай, йыл һайын көйһөҙлөгөн күрһәтергә тырыша. Әгәр уҙған йылда көслө ямғыр яуһа, быйыл - һалҡын ел «бүләк итте». Әммә, шул уҡ ваҡытта ҡояш та тотош Һабантуй майҙанына йәлләмәй йылы нурҙарын һипте. Иртә менән бында халыҡ йыйыла башланы. Тирмәләр һам сауҙа рәттәре бер көн алдан ҡуйылды. 10.00 сәғәткә тотош майҙанға тәмле шашлыҡ еҫе таралды. Балаларҙы аттракциондар, уйындар, ә өлкәндәрҙе - сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек рәттәре көттө.

Һабантуйҙың тантаналы өлөшө, традицияға ярашлы, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән асылды. Яҙғы-баҫыу эштәрен тамамлау хөрмәтенә стәрлебаштарҙың шатлығын уртаҡлашырға БР урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов, РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Р.Р.Ишһарин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Р.С.Хисмәтуллина, Х.Х.Рәхимов, «Уфа оргсинтез» йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Н.М.Мәхмүтов, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған табибы, юғары категориялы хирург М.Т.Юлдашев, Стәрлетамаҡ ҡалаһының элекке башлығы С.Ғ.Әхмәтов һәм башҡалар килде.

Уларҙы милли кейемдә ҡунаҡсыл һәм киң күңелле ҡыҙҙар ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршыланы. Ҡунаҡтар район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров менән төп трибунала урынлашҡас, сәхнәлә һәм уның алдында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған бик тамашалы, киң күләмле хореографик композиция йәйелдерелде. Уны Ҡәҙриә Зөбәйерова һәм райондың үҙешмәкәр артистарынан торған ҙур йыйылма ансамбль асты. Башҡарыусыларҙың моңло тауышы, матур милли кейемдәрҙә бер береһен алмаштырған башҡорт, татар, сыуаш, рус бейеүҙәре һөҙөмтәлә ғәйәт ҙур бер тамашаға әүерелде һәм барыһына ла һәйбәт кәйеф, ыңғай тәьҫораттар бүләк итеп, ысын байрам мөхите булдырҙы. Бында район Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән райондың алдынғы хореографтарының өлөшө ғәйәт ҙур. Шулай уҡ артистар «Колхоз таҡмаҡтары» музыкаль композицияһын күрһәтте. Ә тамаша аҙағында бөтә үҙешмәкәр сәнғәт артистары майҙанда Башҡортостан картаһын һәм республиканың быуатлыҡ юбилей символы - 100 һанын яһаны.

Һабантуйҙы асып, район хакимиәте башлағы Фәнүр Туҡтаров йыйылыусыларҙы һабан байрамы менән ихлас күңелдән ҡотланы һәм ауыл хеҙмәтсәндәренә намыҫлы, еңел булмаған эштәре, һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булыуҙары, тыуған ерҙәрен һөйөүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Уларға рух күтәренкелеге, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм яҡшы кәйеф теләне.

- Район аграрийҙары быйыл бик яҡшы, тырышып эшләне тип ғорурлыҡ менән әйтә алам, - тип билдәләне Фәнүр Зөфәр улы. - Барлыҡ ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы-баҫыу эштәрен ҡыҫҡа срокта башҡарҙы. Ямғырҙар яуыуы, һәйбәт шытымдар киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә.

Ул ауыл хужалығы предприятиеларына күрһәткән баһалап бөткөһөҙ ярҙамдары өсөн республика Хөкүмәтенә, шулай уҡ Һабантуйҙы үткәреүҙә ярҙам иткәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт белдерҙе.

Бына концертты алып барыусылар Һабантуй - 2019 флагын күтәреү өсөн хеҙмәт ҡаҙаныштары менән тыуған ерен данлаған райондың алдынғы хеҙмәтсәндәрен саҡырҙы. Был «Урожай» йәмғиәте етәксеһе Илдар Ғәскәров, «Күндерәк» хужалығы механизаторы Николай Данилов, «Заря» йәмғиәте водителе Григорий Морозенко, «ТОЛПАР» йәмғиәте механизаторы Зөлфәт Вәлиәхмәтов һәм көрәш буйынса Бөтә Рәсәй һәм республика ярыштарында еңеүсе Райман Моратов.

Һабантуй флагы күтәрелде. Фәнүр Зөфәр улы байрамды асыҡ тип иғлан итте һәм йыйылыусыларҙы райондың ҡаҙаныштары менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Сәсеү эштәре һәм малдарҙы аҙбарҙарҙа аҫрау осоро, ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм уларҙың санитар торошон яҡшыртыу, шишмәләр һәм йылға ярҙарын таҙартыу, ағастар ултыртыу буйынса ҙур эш башҡарылыуы тураһында һөйләне.

- Быйылғы йыл мул уңышлы, һәр кемдең өҫтәлендә икмәк булһын, ә ауыл халҡының фиҙаҡәр хеҙмәте - районыбыҙ һәм республикабыҙҙың үҫеше һәм сәскә атыу нигеҙе булһын, - тип һүҙен тамамланы ул.

Артабан һүҙ ҡәҙерле ҡунаҡ Марат Шәрәфетдиновҡа бирелде. Ул республика Башлығы бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән барыһын да яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы тамамлау менән ихлас күңелдән ҡотланы. Ҡайһы бер йомғаҡтар яһаны, республика һәм беҙҙең райондың ҡаҙаныштарын билдәләне, алдынғы хеҙмәтсәндәргә рәхмәт белдерҙе.

Фәнүр Туҡтаров, Марат Шәрәфетдинов, шулай уҡ Рәмзил Ишһарин, Рузалия Хисмәтуллина алдынғыларҙы Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләп, Һабантуй онотолғоһоҙ үтһен тип теләне.

Ат сабышы - иң шәп тамаша

Елдәй етеҙ, йылғыр сабыш аттары Һабантуй үҙәгендә булды. Ат бәйгеһе, һис шикһеҙ, һәр ваҡыт иң шәп тамаша булып һанала. Шуға ла халыҡ майҙанды уратып алып, был тамашаны яратып күҙәтә. Быйылғы Һабантуй бәйгеһенә райондан 12 һыбайлы килгән.

Өс заезда 2400 метр дистанцияла (ике әйләнеш) дүртәр ат ҡатнашты. Һәм бына беренсе заезға старт бирелде. Команда буйынса дүрт һыбайлы алға ынтылды. Беренсе заезд шуныһы менән ҡыҙыҡлы булды, бында уҙған йылғы ике призер ҡатнашты, әммә был юлы икенсе аттарҙа - Альберт Садиҡов Абрикоса ҡушаматлы бейәһендә (КФХ ШЭ Хәкимов) һәм Алик Бикташев Рапсал ҡушаматлы айғырында (Бикташева крәҫтиән-фермер хужалығы) ярышты. Ярыш башында бөтәһе лә бер тирәләй сапты, ә икенсе әйләнештә ике һыбайлы алға сығып, беренселек өсөн улар араһында ысын көрәш башланды. Һөҙөмтәлә, Абрикоса финиш һыҙығын беренсе булып үтте (уның ваҡыты - 2 минут 54 секунд), Комбат ҡушаматлы айғыр икенсе булды (һыбайлыһы - «Күндерәк» хужалығынан Шухрат Фәтхенисламов), Рапсал өсөнсө килде.

Икенсе заезд да бик ҡыҙыҡлы үтте - бында беренсе әйләнештә үк Мираж исемле айғырында «Күндерәк» хужалығы вәкиле Дамир Янбаев алға сыҡты, әммә лидер булыу бәхете уға тәтемәне. Икенсе әйләнештә уны Росинка ҡушаматлы бейәһендә Ғимазов крәҫтиән-фермер хужалығынан Фәнис Бадаев һәм Набель ҡушаматлы бейәһендә Матросов исемендәге хужалыҡтан Артем Денисов ҡыуып етте һәм бер нисә секунд айырма менән генә бер үк ваҡыт менән тиерлек финиш һыҙығын үтте. Һуңғы өсөнсө заезда «Күндерәк» хужалығынан Азат Фәтхенисламовҡа һәм уның Напролом исемле бейәһенә тиңдәр булманы. Ул Ихлас ҡушаматлы айғырҙа көндәше Илнур Дәүләтшиндан (Дәүләтшин крәҫтиән-фермер хужалығы) финишты бер секундҡа алғараҡ үтте. Өсөнсө булып финиш һыҙығын Малыш ҡушаматлы атта Рафаэль Муллағолов үтте (Матросов исемендәге хужалыҡ).

Финал заезында алдағы өс заезда еңгән икешәр еңеүсе ҡатнашты. Дистанция башында барлыҡ алты һабайлы бер тирәрәк сапты, икенсе әйләнештә беренсе урын өсөн ныҡышмалы ярыш башланды. Улар финишҡа түбәндәгесә килде: уҙған йылда еңеү яулаусы Альберт Садиҡов (Абрикоса бейәһендә) йәнә иң яҡшы ваҡыт күрһәтте, икенсе урында Фәнис Бадаев (Росинка бейәһендә), өсөнсө урын - Артем Денисовҡа (Набель бейәһендә) бирелде. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда аҡсалата бүләкләүҙе (1000 һум) ат сабышында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә алды. Еңеүселәргә 4 мең һумдан 6 мең һумға тиклем аҡсалата бүләктәр, ә хужалыҡтарға - ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Байрам йәме - тирмәләр

Һабантуй йәме - тирмәләр. Быйылғы сараға ла ялан буйлап теҙелгән сағыу тирмәләр байрамға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Унда булған һәр кем тарихҡа тағы ла байҡау яһамайынса ҡалмай. Шуға күрә оло байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы тирмәләрҙә ҡаршылап, ата-бабаларыбыҙҙың боронғо тормошо, ғөрөф-ғәҙәте менән таныштырып, милли аш-һыуы менән һыйлайҙар һәм йола байрамдары күрһәтәләр. Быйыл Һабантуйға бөтәһе туғыҙ тирмә ҡоролғайны. Тирмә хужалары ҡунаҡтарҙы йырлап, икмәк һәм тоҙ менән ҡаршыланы, милли аш-һыу һәм ҡымыҙ менән һыйланы. Һәр тирмә шул дәүерҙең мөхитен һәм рухын сағылдырырға тырышҡан боронғо көнкүреш кәрәк-яраҡтары, сигеүле мендәрҙәр, һуғылған балаҫтар, таҫтамалдар, ҡулдан яһалған һандыҡтар һәм сәңгелдәктәр менән биҙәлгән. Матросов исемендәге хужалыҡ һәм Хәлекәй ауыл биләмәһе тирмәһе территорияһында хатта ҡолоно менән бейә лә рәхәтләнеп үлән утлап йөрөй ине! Шулай уҡ Театр йылына бағышланған стендтар (Ленин исемендәге, Матросов исемендәге хужалыҡтар) ҡуйылғайны, алдынғы хеҙмәтсәндәр, һуғыш ветерандарының фотоһүрәттәре иғтибарҙы йәлеп итте. Ленин исемендәге хужалыҡ тирмәһендә «Кире СССРға» стилендә ҙур булмаған күргәҙмә ойошторолғайны, унда пионер атрибутикаһы тип һаналған барабан, борғо, пластинка кеүек әйберҙәр күрһәтелгәйне. Ә өҫтәлдәргә килгәндә, улар һый-ниғмәттән һығылып тора. Унда нимә генә юҡ: ләүәштәр, ҡыҫтыбый, тултырылған тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк, ҡыҙыл эремсек, ҡымыҙ... Уларҙы һанап сығыу мөмкин түгел. Был йәһәттән Һарайҫа һәм Баҡый ауыл биләмәләре менән «Күндерәк» хужалығы һәм «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтен айырыуса билдәләп үтке килә, улар берләшеп бер тирмә ҡорған. Һөҙөмтәлә, бөтә яҡлап та юғары мәрәйҙәр йыйып, уларҙың тирмәһе конкурста еңеүсе булды. Афарин! Жюри ҡарары буйынса икенсе урын Матросов исемендәге хужалыҡҡа бирелде (Хәлекәй ауыл биләмәһе), Ленин исемендәге хужалыҡ (Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһе) һәм «Урожай» йәмғиәте (Ямғырсы ауыл биләмәһе) үҙ-ара өсөнсө урынды бүлеште. «Иң матур тирмә» номинацияһында Буҙат ауыл биләмәһе, «Иң ҡунаҡсыл тирмә» - «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәте (Күндерәк ауыл биләмәһе), «Иң үҙенсәлекле осрашыу» - Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе, «Милли көнкүреш кәрәк-яраҡтарына иң бай тирмә» - берләшеп, бер тирмә ҡуйған Тәтер-Арыҫлан һәм Айҙарәле ауыл биләмәләре билдәләнде. «Тематик йәһәттән иң яҡшы биҙәлгән тирмә» - Аллағыуат ауыл биләмәһе.

Көс һынашты батырҙар

Милли көрәш, һәр ваҡыттағыса, Һабантуй байрамының иң тамашалы уйындарының береһе булып ҡала. Быйыл да шуны дәлилләп, ат сабыштары тамамланыу менән халыҡ көрәш майҙанына ағылды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға төрлө ауылдарҙан береһенән-береһе көслө, таһыллы бил бирмәҫ көрәшселәр йыйылғайны. Улар араһында Рәсәй һәм республика чемпионы Илдар Моратов, Рәсәй кимәлендә чемпион исемен яулаған йәш көрәшсе Рафиҡ Шароян (Аллағыуат ауылы), республика чемпиондары Азамат Собханғолов менән Айнур Кинйәбаев (икеһе лә Ҡабыҡҡыуыш ауылынан), шулай уҡ спорт ветерандары Нияз Ибраһимов, Алик Ибраһимов һәм төрлө кимәлдә байтаҡ ярыштарҙа үҙҙәрен күрһәтеп өлгөргән йәш көрәшселәр.

Районда ошо спорт төрөн дауам итеүселәрҙең барлығы һөйөндөрә һәм йылдан-йыл Һабантуйҙа ҡатнашып, таһыллығын күрһәтергә теләүселәр байтаҡ. Шуға ла көрәш ике келәмдә барҙы. Иң тәүҙә майҙанға иң йәш көрәшселәр сыҡты.

Үҫмерҙәрҙең һәр ҡайһыһы майҙанда ныҡышмалылыҡ һәм көс күрһәтте. 35 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Йәлембәт ауылынан Айҙар Аҡкөбәков чемпион булды. Икенсе урынды Стәрлебаш ауылынан Виктор Красножонов яуланы. Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Юлай Йәғәфәров өсөнсө булды.

45 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында чемпион исеме өсөн Дим Ишембәтов менән Ирәндек Собханғолов көс һынашты. Улар икеһе лә Ҡабыҡҡыуыш ауылынан. Бәләкәйҙән милли көрәш менән мауығып, күп кенә турнирҙарҙа үҙҙәрен күрһәтеп өлгөрҙө был үҫмерҙәр. Әммә был юлы Дим көслөрәк булып сыҡты. Ирәндек икенсе, ә Стәрлебаш ауылынан Данил Йомадилов өсөнсө урын алды.

55 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағылар араһында (әйткәндәй, тап ошо ауырлыҡта көрәшселәр иң күбе) уйын оҙаҡ һәм мауыҡтырғыс барҙы. Финалға сығыу өсөн көслө спортсыларға бер нисә осрашыу үтергә тура килде. Һөҙөмтлә, Рафиҡ Шароян еңеүсе булды. Стәрлебаш ауылынан Илнар Кинйәбулатов икенсе, Аслетдин Отабоев өсөнсө урын алды.

Артабанғы ауырлыҡ категорияларында ла көрәш ҡыҙыу барҙы, сөнки келәмгә ҙур исемдәр яулаған титуллы спортсылар сыҡты. 65 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Айнур Собханғолов еңеү яуланы. Өмөтбай ауылынан Азат Фәтҡнисламов менән Рәмзил Муллағолов, тиңдәшле рәүештә, икенсе һәм өсөнсө урын яуланы. Йәлембәт ауылынан Айнур Хужин менән Алмаз Аҡанаев та призерҙар иҫәбенә инде. Айнур чемпион булһа, Алмаз өсөнсө урын яуланы. Владимир Михалев ошо ауырлыҡ категорияһында икенсе урын алды. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында призерҙар иҫәбенә Альфред Ҡолһарин (Түбәнге Аллағыуат ауылы), Илнур Ҡарабаев (Йәлембәт ауылы) һәм Рәмзил Сурин (Үрге Шәкәр ауылы) инде. Ҡабыҡҡыуыштан Айнур Кинйәбаев был юлы ла үҙенең оҫталығын күрһәтеп, 70 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында еңеү яуланы. Түбәнге Аллағыуат ауылынан Ринат Ильясов икенсе, Тимур Абдуллин (район эске эштәр бүлеге) - өсөнсө урын алды. 75 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында Түбәнге Аллағыуаттан Райман Моратов чемпион исемен яуланы. Икенсе урында - Ҡабыҡҡыуыштан Әлмир Усманов.

Киләһе, 80 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында чемпион исеме өсөн Түбәнге Аллағыуаттан Илшат Ҡолгильдин менән Руслан Буранбаев көс һынашты. Ныҡышмалы көрәштә Илшат көслөрәк булып сыҡты. Руслан икенсе, ә Һарайҫа ауылынан Айнур Фәйзуллин - өсөнсө призер булды.

90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында чемпион исеме өсөн Илдар Моратов менән Нияз Ибраһимов көрәште. Әйтергә кәрәк, көрәш оҙаҡ барманы. Бер минут та үтмәне, Илдар еңеү яуланы. Нияз икенсе, ә Йылайыр районынан килгән ҡунаҡ Илгиз Ҡашҡаров өсөнсө урын алды.

90 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында көс һынашыусылар күп булманы. Әммә һәр дәғүәсе тиҙ генә бирешергә теләмәне. Финалға чемпион исеме өсөн Ҡабыҡҡыуыштан Азамат Собханғолов, Алик Ибраһимов һәм Стәрлебаштан Рөстәм Мөхәмәтшин көрәште. Һөҙөмтәлә Азамат еңеү яуланы. Рөстәм икенсе, ә Алик өсөнсө урын алды

Быйыл Һабантуйҙың абсолют еңеүсеһе исеме өсөн дүрт баһадир көс һынашты. Кем кем менән көрәшеүҙе улар таҫтамал тотоп асыҡланы. Һөҙөмтәлә, келәмгә Азамат Собханғолов менән Айнур Кинйәбаев сыҡты. Икеһе лә чемпион исемдәре яулаған йәш егеттәр ҙур таһыллыҡ күрһәтте. Әммә Азамат һуңғы минуттарҙа дәғүәсеһен күтәреп ырғытты. Икенсе келәмдә Илдар Моратов менән Альберт Ҡолһарин көрәште. Әлбиттә, Илдар ҙур оҫталыҡ күрһәтеп, еңеү яуланы. Һуңғы алышҡа Азамат менән Илдар сыҡты. Көрәш оҙаҡ барманы һәм чемпион исемен Илдар яуланы. Шулай итеп быйылғы Һабантуйҙың абсолют еңеүсеһе итеп Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илдар Моратов танылды.

Бөтә чемпиондарға төп приз итеп һарыҡ тәкәһе бирелде, призерҙар иҫтәлекле бүләктәр алды. Абсолют чемпионға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллиндан аҡсалата сертификат тапшырылды.

Күңелле лә, дәртле лә...

Һабантуй - яҙғы-баҫыу эштәрен уңышлы тамамлау, мул уңышҡа ышаныс байрамы ғына түгел, шул уҡ етеҙҙәр, ҡыйыуҙар, өлгөрҙәр байрамы ла. Унда теләгән һәр кем төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, бүләктәр ала ала.

Улар араһында волейбол, армреслинг (ҡулдар көрәштереү), вертикаль ҡолғаға, ауыш бағанаға менеү һ.б. Был спорт төрҙәре махсус физик әҙерлек талап итһә, тоҡ бәрешеү, күҙҙәрҙе бәйләп сүлмәк ватыу, көйәнтә-биҙрә менән һыу ташыу, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, тоҡ кейеп йүгереү кеүек халыҡ уйындарында һәр кем үҙ бәхетен һынап ҡарай алды.

Шыма, бейек, һелкенеп торған бағанаға менеп, бүләк алыу өсөн көс, етеҙлек, ҡыйыулыҡ талап ителә.Бындай ауыр бирелә торған бүләккә бик һирәктәр генә эйә була. Был юлы Хәлекәйҙән Юнис Ғәлиев һәм Мәскәү ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан Румил Өмәтҡолов (барыһын да ғәжәпләндереп, бағанаға менеп еткәс, ул әле “селфи” ла төштө) бүләктәр алыуға иреште.

Бүрәнәгә атланып ултырып, тоҡтар менән бәрешеү - элек-электән килгән уйын. Ул тамашасыларға бик күп уйын-көлкө бүләк итте. Ярыштарҙың был төрөндә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша. Еңеүселәрҙең береһе Мәскәү ҡалаһынан Лия Мәрҙиева (өҫтәге һүрәттә) булды.

Һабантуй һуңғы ваҡытта милли сиктәрҙе үтә. Хәҙер ул хеҙмәт һәм күңел асыу байрамы ғына түгел, халыҡтар дуҫлығы байрамы ла булып тора. Сөнки Рәсәйҙең барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша һәм рәхәтләнеп күңел аса.

Йырла, бейе, күңел ас!

Сараның иң төп майҙансыҡтарының береһе сәхнә булды, ул Һабантуйға килеүселәргә район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм райондың ижади коллективтары башҡарыуында тамашалы һәм ихлас концерт номерҙарынан ләззәт алыу мөмкинлеге бүләк итте. Дәртле алып барыусылар тамашасыларға, ысынлап та, бер минутҡа ла күңелһеҙләнергә ирек бирмәне, тотош концертты ҡыҙыҡ-мәҙәк, төрлө хәлдәр һәм сағыу комментарийҙар менән оҙатып барҙы. Халыҡ бейеүе - сәнғәттең айырым төрө. Башҡорт ҡыҙҙарының оҙон сәс толомдары һәм матур милли кейемдәрен генә алып ҡарайыҡ. Оҙон сәс - матурлыҡ билдәһе генә түгел, уңғанлыҡ, йыйнаҡлыҡ символы ла. Милли кейем - милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Сценарий республикала йәшәүсе милләттәрҙең бай мираҫын, мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен үҫтереү һәм нығытыу маҡсатында уйлап төҙөлгән. Концертты ветерандарҙың «Серебряночка» халыҡ ансамбле асты. Уларҙың игенселәргә бағышланған йырҙары берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. «Стәрлекәй», «Ибраҡай һылыуҙары» коллективтары дәртле бейеүҙәре менән байрам ҡунаҡтарының күңелен күтәрҙе. Ҡабыҡҡыуыштан Айгөл һәм Дилбәр Собханғоловалар үҙенсәлекле бейеүҙәре менән ғәжәпләндерҙе, композицияға комик образдар менән заманса һәм милли хореография элементтары һалынғайны. Улар персонаждарҙың ыңғай тәьҫораттарын тамашасыға еткерә һәм уларҙың күңелен күтәрә алды. Үҙешмәкәрҙе һөйөүселәр яратҡан артистарының сығыштарын түҙемһеҙләнеп көттө, «Умырзая», «Моң шишмә» халыҡ ансамблдәренең сығыштарын айырыуса йылылыҡ менән ҡаршыланы. Гөлфизә Хәйруллина башҡарыуында композициялар көслө алҡыштарға күмелде. Йыйылыусылар уға ҡушылып йырланы. Апалы-һеңлеле Венера Ғәлиәкбәрова һәм Регина Әхмәрова башҡарыуында «Балаларыма» йыры һәр кемдең күңеленә үтеп инде һәм берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айрат Халиҡов сығыш яһағанда сәхнә эргәһендә бик күп халыҡ йыйылды. Ул яҡташтарын яңы репертуар менән генә шатландырып ҡалманы, матур ойошторолған байрам өсөн шатлығы һәм ғорурлығы менән дә уртаҡлашты. Стәрлебаш районының ижади коллективтары сығышы милләттәрҙең татыулығын һәм дуҫлығын күрһәтте. Тамашалы һәм бай концерт программаһы майҙан ҡунаҡтарына яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.

***

Бына тағы бер Һабантуй байрамы тамамланды һәм майҙан бушап ҡалды. Уны үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткәндәргә, ярыштар ойоштороусыларға, концерт ҡуйыусыларға, тирмәләр ҡороп, биҙәүселәргә, тәртип һаҡсыларына -ҙур рәхмәт. Дөйөм хеҙмәт һәм хеҙмәттәшлек арҡаһында байрам шундай сағыу, тамашалы һәм матур үтте. Ауыл халҡын хәҙер көндәлек эштәр һәм мәшәҡәттәр көтә, шул арҡала өҫтәлдәребеҙ һәр ваҡыт мул. Киләсәктә лә өйҙәребеҙҙә именлек хөкөм һөрһөн, ә үҙебеҙ иртәгәһе көнгә ышаныс менән йәшәйек. Һабантуйҙар тағы күп тапҡыр үткәрелһен һәм һәр ҡайһыбыҙға шатлыҡ-ҡыуаныстар, яҡшы кәйеф һәм ыңғай тәьҫораттар бүләк итһен. Киләһе йылда майҙанда осрашыуға тиклем һау булығыҙ.

Рәйсә МУСИНА.

Гөлназ ДЕНИСОВА,

Фаягөл ЙОСОПОВА,

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА,

Гөлдәр ҒӘФИЕВА,

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: