Быйыл йылҡы өйөрө 15 ҡолон менән тулыланған. Тағы бер нисәүһенең тыуыуы көтөлә. Хужалыҡта яңы ғына ҡымыҙ етештерә башлағандар.
- Ошо көндәрҙә генә ҡымыҙ ҡуры, шулай уҡ һауыттар алып ҡайттыҡ, бының өсөн махсус Раевкаға барҙыҡ. 1,5 литрлы полиэтилен шешәләр быйыл үтә күренмәле түгел. Тиҙҙән этикеткалар әҙер буласаҡ, Стәрлетамаҡ типографияһынан шылтыратыу көтәбеҙ, - ти Фәүәт Талип улы КФХ эштәре тураһында.
Һауыу һәм ҡымыҙ әҙерләү менән күберәк Гөлназ Фәрит ҡыҙы шөғөлләнә. Уҙған йома көндө беҙ ошо фермер хужалығына барғанда ҡолондарҙы айырып, хужабикә 12 бейәне һауҙы.
- Һөттөң тәүге литрҙары бар. Һәр бейәнән уртаса 3,5 литр һөт һауып алдым. Ошо көндән башлап беҙҙең «ҡыҙыу» миҙгел башлана. Район үҙәгенән уҙған йылды ҡымыҙ һатҡан урындан ҡасан тәүге партияны көтөргә, тип шылтыраттылар ҙа инде. Ауылдаштар ҙа шифалы эсемлекте һағынып өлгөргән, - тип ҡушылды беҙҙең әңгәмәгә Гөлназ ханым. - Ҡымыҙҙы Һабантуйҙа ла һатырға планлаштырабыҙ, стәрлебаштар һәм район ҡунаҡтарына һыуһындарын баҫыр өсөн һәйбәт эсемлек буласаҡ.
«Ҡымыҙ миҙгеле» көҙгә тиклем дауам итәсәк. Әммә ҡышын да фермерҙар эшһеҙ ултырмай, ҡаҙылыҡ әҙерләй.
- Уға ла һорау ҙур - эшләп кенә өлгөрт. Беҙҙең бөтә продукция - ит тә, ҡаҙылыҡ та хәләл. Был эштә беҙгә минең ата-әсәйем ҙур ярҙам күрһәтә, - тип дауам итә хужабикә.
Фермер хужалығын алып барыуҙа Рәхимҡоловтар улдары Алмаз һәм Салауаттың ярҙамынан башҡа күҙ алдына килтерә алмай. Әйткәндәй, ғаиләлә оҙаҡламай мөһим ваҡиға - өлкән улдарының никахы көтөлә. Рәхимҡоловтар өсөн йәй ваҡиғаларға бай булмаҡсы.