Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Май 2019, 11:54

Баҫыуҙарҙы химик утайҙар

Сәсеү - ярты эш кенә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләп ҡарарға ла кәрәк. Һәр ауыл хеҙмәтсәне бының менән килешер. Сәсеүлектәрҙе ваҡытында ҡарау - мул уңыш нигеҙе булыуын яҡшы белә улар. Район баҫыуҙарында ауыл хужалығы кампанияһының сираттағы этабы - үҫемлектәрҙе химик утау башланды. «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре ошо эшкә тәүгеләрҙән булып тотонған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, химик эшкәртеү процесын фотоға төшөрә алманыҡ - беҙ килгән мәлдә көслө ел ине.

- Мәжбүри туҡтап торҙоҡ. Күрәһегеҙ бит, көн ниндәй, иң яҡшыһы бер аҙ көтөргә, юғиһә, бөтә эшебеҙ юҡҡа сығасаҡ, - тип аңлатты сәсеүлектәрҙе утауға яуаплы механизаторҙар (һүрәттә). Техникаларын туҡтатып, улар көндөң матурайыуын көтөп ултыра ине. - Сәсеүлектәрҙе химик эшкәртеү өсөн иң яҡшы һауа торошо - тымыҡ, аяҙ көн, сөнки ямғыр - йыуа, ел - осора, ҡояш - киптерә. Башҡа төрлө әйткәндә, был эште дөрөҫ башҡарыу өсөн уңайлы мәлде тура килтереү мөһим.

Ужым культуралары биләгән баҫыуҙарҙы химик утауға «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре май уртаһында төшкән. Ун көндә 1100 гектарҙағы сәсеүлек төрлө ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртелгән. Тағы ла бер нисә йөҙ гектар ерҙе эшкәртәһе ҡалған. Артабан сиратта - яҙғы культуралар.

Гербицид менән эшкәртеү өсөн махсус техника кәрәк. Район хужалыҡтары ситтәгеләрҙең хеҙмәтенән файҙалана. Мәҫәлән, «Заря» йәмғиәтендә эш Стәрлетамаҡ районынан бер фермер хужалығының «Туман 2М» үҙйөрөшлө һиптергесе ярҙамында алып барылған. Һыуҙы ике автомашинала - Григорий Морозенко 9 куб.метр һыйҙырышлы цистерналы КамАЗда (был һыу күләме дүрт һиптереүгә етә) һәм Азат Иҫәнтаев ЗИЛ атвомашинаһында ташый. Химикаттарҙы илтеү Рәлиф Байымовҡа ышанып тапшырылған. Әйткәндәй, улар бында өс төрҙә ҡулланыла: береһе - ҡоротҡостарға, башҡа икеһе - сүп үләндәренә ҡаршы. Ниндәй препарат, күпме һәм ниндәй миҡдарҙа кәрәклеген һиптергесте заправкалаусы Илнур Ҡадиров яҡшы белә.

Команда бурысын уңышлы үтәр һәм баҫыуҙар мул уңыш менән шатландырыр тип ышанабыҙ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: