Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Май 2019, 16:12

Туғайҙа ла, баҫыуҙа ла тыңғыһыҙ мәл

Үлән баш ҡалҡытыу менән мал-тыуар яланға сыҡты. 7 майҙа, беҙ хужалыҡҡа килгән көндө, 100әр һыйырҙан торған ике көтөү Сергеевка утары эргәһендә йөрөй ине.

- Үлән ныҡлап күтәрелмәһә лә, малдар саф һауала булһын тип йөрөтәһегеҙҙер инде, - тип һорайым .

- Улай тип әйтмәҫ инем, үлән, ысынлап та, ҡуйы булмаһа ла, малдарға етә. Күреүегеҙсә, һәүкәштәр ята, тимәк, тамаҡтары туҡ, юғиһә уларҙы бер урында тыйып тотоп булмай, - тип яуап бирҙе малсылыҡ фермаһы мөдире Рим Рәхимов. - Бынан тыш, лагерға ҡайтыу менән уларға ашлыҡ фуражы, сенаж бирәләр.

Бер төркөмдө Андрей Юрчак көтә. Әйткәндәй, ауылда көтөүселәрҙе табыу бик ауыр. Эш абруйлы түгел, һәр кем ризалашып бармай. Өҫтәүенә, ул мал көтөүен ышанып тапшырырлыҡ кеше булырға тейеш. Тимәк, яуаплы һәм ышаныслы кешеләр кәрәк. Андрей Борисович тап шундайҙарҙан. Һуңғы биш йылда фермала мал ҡараусы булып эшләй. Үҙен хатта һауынсы һөнәрендә лә һынап ҡараған.

Һауымға килгәндә, тәүге көндәрҙә, ғәҙәттәгесә, һөт кәмегән, әммә әле күрһәткестәр арта. Шулай булмай ни, мул һөт мәле башлана ғына бит. Бер һүҙ менән әйткәндә, малсыларҙың эштәре көйлө бара.

Әйткәндәй, был хужалыҡта сәсеү эштәре лә һәйбәт сроктарҙа башҡарыла. Механизаторҙар баҫыуҙа иртәнән кискә тиклем эшләй. Шуларҙың береһе - Миҙхәт Искәндәров - 50 йыллыҡ стажға эйә! Уға 71 йәш. Хаҡлы ялға сыҡҡас та һуңғы ике тиҫтә йыл айырылмаған «тимер дуҫын» - Т-150 тракторын хужаһыҙ ҡалдырмай. Миҙхәт Фәррәх улы менән бергә Фаил Арыҫланов, Радик Сөйәрғоловтар ҙа эшләй. «Кузбасс» сәсеү комплексында Альберт Әлимбаев бойҙай менән бергә ҡандала үләнен сәсеү менән шөғөлләнә ине.

- Ҡандала үләне менән бойҙай бер береһен яҡшы тулыландыра - тәүге йылда бойҙай ҡандала үләнен сүп үләндәренән һаҡлай. Ошо культура иртәрәк йыйып алына. Ҡандала үләне лә тамырын нығытып өлгөрә, уны киләһе йылға сенажға ҡулланасаҡбыҙ, - тип һөйләй культураларҙың үҙенсәлектәре тураһында хужалыҡтың баш агрономы Наил Мөштәриев.

Шул уҡ ваҡытта Илдус Байғужин менән Илфир Хәкимов көнбағыш сәсә ине. Бер һүҙ менән әйткәндә, «Нур»агрофирмаһы» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре тулы көскә эшләй, хеҙмәт дөрөҫ ойошторолған, бында һәр кем үҙ эшен белә, уны намыҫлы башҡара.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: