Район игенселәре бөтә тырышлығын бөртөклө культуралар сәсеүгә йүнәлтә. Дүшәмбе иртәһенә бойҙай 3835 гектарға сәселгән, шуларҙың 900 гектары «Центральная» МТСында, шул уҡ күләмдә «Заря» йәмғиәтендә. Барлыҡ хужалыҡтар ҙа тиерлек һоло, айырым предприятиелар - арпа сәсә. Район буйынса 1050 гектар майҙанға бер йыллыҡ үләндәр сәселгән. Ете хужалыҡ көнбағыш сәсеүгә төшкән, ә Ленин исемендәге хужалыҡта уны сәсеү тамамланған. Ҡуғанаҡбаштар шәкәр сөгөлдөрө сәсеүҙе шулай уҡ 83 процентҡа башҡарған.