Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2019, 16:47

Бер минут ялһыҙ

Бөтә ил ял итеп, Беренсе май байрамдарын билдәләгәндә, ауыл хеҙмәтсәндәре киләһе уңышҡа ышаныслы нигеҙ һалыуын дауам итте - ең һыҙғанып, иртә яҙғы культуралар сәсте. Сәселгән баҫыуҙарҙың майҙаны көндән-көн артты.

«Урожай» йәмғиәтендә ужым культураларына әүҙем ашлама индерелә. Әгәр һауа торошо матур торһа, механизаторҙар Иҙрис Фәхриев менән Дамир Саҙриев ошо көндәрҙә эштәрен тамамлаясаҡ. Бер рәттән борсаҡ сәселә. Ул быйыл 100 гектар биләйәсәк. Анатолий Тимофеев, Александр Иванов, Александр Антонов (һүрәттә) сәсеү менән мәшғүл. «Урожай» йәмғиәтендә 200 гектарға яңы культура - гәрсис сәсеү планлаштыралар. Зинур Фәсхетдинов орлоҡ һалыусы Рәйес Гарапов менән 4 майға 150 гектар сәсеп өлгөргән.

Хужалыҡта сәсеү эштәре ҡыҙа ғына. Күптән түгел һатып алынған «Агратор 9800» сәсеү комплексына ҙур өмөттәр бағлайҙар. Сәсеү эштәренең төп өлөшөн ул башҡарасаҡ. Был комплекс ауыл хужалығы предприятиеһының берҙән-бер һатып алынған техникаһы түгел. Яңы орлоҡто ағыулау техникаһы үҙен күрһәтеп өлгөргән - уның ярҙамында бөтә орлоҡ материалы ҡыҫҡа срокта эшкәртелгән.

Механизаторҙарға төшкө һәм төштән һуңғы ашты ҡайҙа эшләйҙәр шунда килтерәләр. Менюла - аш, бутҡа, сәй, шәхси икмәкхананан икмәк. Ашнаҡсылар Валентина Егорова, Зимфира Петрова күңел һалып эшләйҙәр. Улар 20-30 кешегә ашарға әҙерләй, менюны төрлөләндерергә, хужалыҡ хеҙмәтсәндәрен туҡлыраҡ һәм тәмлерәк ашартырға тырыша.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: