Хужалыҡ баҫыуҙарына тәүге агрегаттар уҙған шаршамды көндө сығып, бер йыллыҡ бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар ҡатнашмаһы сәсә башлағандар.
- Бындай ҡатнаш сәсеү өсөн тәүҙә борсаҡ, һуңынан - һолоно сәсәбеҙ, был сәсеү нормаһын көйләргә булышлыҡ итә, йәғни, ошондай ысул ҡулланғанда улар тигеҙ сәселә, - тип һөйләй ошондай сәсеүҙең нескәлектәре тураһында хужалыҡ бригадиры Амур Хәлитов.
- Былай сығымдар күп булмаймы?
- Сенаж һәм фураж өсөн бик шәп «ассорти» килеп сыға! Мал-тыуар өсөн бик туҡлыҡлы аҙыҡ. Быға беҙ уҙған йылда ла инандыҡ. Быйыл 350 гектарға сәсергә планлаштырабыҙ.
Беҙ хужалыҡҡа килгән көндө бар техника баҫыуҙа сәсеү, дискылау, ашлама индереү эштәрендә мәшғүл ине. Мәҫәлән, Йәүҙәт Савиндан тыш, Наил Шәймәрҙәнов, Рәмил Садиҡов, Назим Әсфәндийәровтар сәсеү эштәре алып бара, водителдәр Амур Хөснөтдинов һәм Рәйес Ғәлиевтар орлоҡ ташый. Ҡатнаш сәсеү өс баҫыу биләйәсәк, шуларҙың береһендә сәсеү алды әҙерлек эштәре әүҙем алып барыла - Ренат Вахитов дискылау менән шөғөлләнә ине.
632 гектарға «Архат» бойҙайын сәсергә планлаштыралар, ул бик уңышлы сорт. Арпа сәсеүлектәрен дә арттырырға ниәтләйҙәр. Тағы бер мөһим һанды билдәләп үтмәйенсә булмай. Быйыл яҙ сәсеү осорона 240 тонна минераль ашлама ла ҡайтарылған, был бөтә сәсеү майҙансығына тиерлек ашлама индерергә булышлыҡ итәсәк. Дөрөҫөн әйткәндә, бындағы ер быны күптән күрмәгән. Ринат Сәйфетдинов, Рәфҡәт Савин, Фидан Байраҡов, Салауат Абдрахмановтар ашлама индереүҙә яҡшы эшләй. Айрат Сәйфетдинов һәм Фәнзил Мәхийәновтар ашлама ташыу өсөн яуаплы.
Команда берҙәм, кәйефтәре күтәренке. Тимәк, Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре сәсеү эштәрен ваҡытында һәм тейешле кимәлдә үткәрәсәк тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ә һауа торошоноң көйһөҙлөктәре аграрийҙарҙы ҡурҡытмай.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.