Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Апрель 2019, 10:35

Апрель айының ҡыҙыу көндәре

Район баҫыуҙарында яҙғы-баҫыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа. Быйыл ҡар тиҙ иреп бөттө. Ҡояш һәм ел баҫыуҙарҙы тиҙ киптереп, аграрийҙарға ике аҙна алдан тиерлек төп эштәрен башларға - ужым культураларына ашлама индерергә, дым ҡаплатырға булышлыҡ итте. «Заря» йәмғиәте хеҙмәтсәндәре яҙғы-бөртөклө культуралар сәсергә төштө. Бер һүҙ менән әйткәндә, эштәр бихисап.

«Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте лә яҙғы эштәргә әүҙем ҡушылды. Бөгөнгө көндә бында дым ҡаплатыу һәм ужым культураларын туҡландырыу менән шөғөлләнәләр - көҙөн мул уңыш алыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр.

Мәҫәлән, апрель уртаһында ерҙе тырмата башлағандар. Тупраҡты сәсеү алдынан эшкәртеүҙә дүрт агрегат эшләй. Механизаторҙар Александр Кондрашов, Өлфәт Усманов, Александр Триханов, Валерий Никифоровтар тарафынан яҡынса 1 мең гектар майҙан ер тырматылған.

Ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәре лә йәшелләнде. Уларға ашлама индерергә ваҡыт. Хужалыҡта 22 апрелгә 600 гектарға - бөтә майҙандың яртыһынан күбеһенә тиерлек ашлама индерелгән.

- Ашлама индереүгә бер аҙна элек тотондоҡ, - ти хеҙмәтсәндәрҙең береһе Игорь Васильев (һүрәттә). - Ашламаны СЗ-3,6 агрегаты ярҙамында индерәбеҙ. Бында эште тамамлағандан һуң, икенсе участкаға күсәбеҙ.

Алыҫ түгел Рәшит Баһауетдинов та ашлама индереү менән шөғөлләнә ине. Ашламаны ташыу Юрий Андреевҡа ышанып тапшырылған. Звено берҙәм, бер ниндәй өҙлөкһөҙ эшләй.

Ашхана хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ҡыҙыу миҙгел башланды. Баҫыу эштәрендә ҡатнашыусылар өсөн улар ике тапҡыр ашарға бешерә.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: